Бейеү ансамбле барлыҡҡа килгәнгә тиклем үк халҡыбыҙҙың сюжетлы бейеүҙәре булған. Туйҙарҙа, уйындарҙа, йыйындарҙа башҡарылған улар. Тимәк, башҡорт бейеү ансамбленең барлыҡҡа килеүе һәм донъя кимәленә сығыуы тиктәҫтән түгел. Башҡорт халҡы йырға һәм музыка ҡоралдарында башҡарыу оҫталығына ғына маһир булмаған, ул бейеү менән дә дан ҡаҙанған. Бала муйынын тота башлағас та таҡмаҡлап усҡа ултыртып һикертеүҙән башланған бейеү хәрәкәттәре уның бөтөн ғүмере буйы оҙата килгән. Тәүтормош замандарында барлыҡҡа килгән бейеүҙәр әлеге быуынға тиклем килеп еткәндәр, моғайын. Сөнки был замандарҙа халыҡ үҙенең ижтимағи көнкүрешен, хеҙмәтен, төрлө ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын бейеүгә һалған. Һунар һәм тәбиғәтте үҙләштереү, ҡул эштәре, мал һәм ҡош, күбәләк хәрәкәттәре, атта йөрөү, уҡ атыу, һыу тулҡынланыуы, ағас япраҡтары һелкенеүе хәрәкәттәрен сағылдырыу – былар бөтәһе лә борон-борондан күсә килгән бейеүҙәр. Туйға арналған бейеүҙәр күп һаҡланған. Һамаҡлап бер-береңә ҡаршы әйтешеп бейеүҙәрҙән "Тирәккәйем", "Кәкүк", күмәкләшеп таҡмаҡлап бейеүҙәрҙән "Наза", "Бүҙәнә", "Сыңрау торна" йәки яугирҙарҙың батырлығын һынландырған "Байыҡ", "Перовский", "Циолковский" бейеүҙәре, таҡмаҡлы уйындарҙан "Түңәрәк", "Үткес", "Кем етеҙ?" һәм башҡа бейеүҙәр бөгөнгәсә килеп еткән.
Сюжетлы, ниндәйҙер ваҡиғаға арналған бейеүҙәр, әйтәйек "Бүҙәнә", "Өс бүкән", "Өс таған" уйындары И. И. Лепехин, П. С. Паллас, С. Г. Рыбаков, С. И. Руденко хеҙмәттәрендә телгә алына, шулай уҡ башҡорт халыҡ ижады өлгөләрендә осрай. Ырымбурҙа "Хөсәйениә", Өфөлә "Ғосмания" һәм "Ғәлиә" мәҙрәсәләре эргәһендә эшләп килгән үҙешмәкәр түңәрәктәр үҙҙәренең ижады нигеҙендә халыҡ йырҙары, бейеүҙәрен һәм музыка ҡоралдарында башҡарылған әҫәрҙәре ала. Аҙаҡ 1912 йылдарҙа "Нур", 1915 йылда "Ширҡәт" театрҙарында профессиональ бейеү ансамблдәре барлыҡҡа килә.
1938 йылда балетмейстер Фәйзи Ғәскәров башланғысы менән Башҡорт дәүләт бейеү ансамбленә нигеҙ һалына. 1991 йылдарҙа Стәрлетамаҡта Хәлил Әнүәр улы Ишбирҙин етәкселегендә Бейеү театры, ошо уҡ йылда Нефтекама ҡалаһында Р. М. Саттаров етәкселегендә "Сәфәр" йыр һәм бейеү ансамбле, Өфө ҡалаһында Г. В. Анищенко етәкселегендә "Мираҫ" халыҡ бейеүҙәре ансамблдәре барлыҡҡа килә. Бөгөнгө көндә 200-ҙән артыҡ бейеү ансамблдәре бар. Шулар арһынан 40-тан ашыуы "Халыҡ ансамбле" тигән исемгә лайыҡ булған. Республикала ғына түгел, илебеҙҙә һәм хатта сит илдәрҙә танылыу тапҡан "Ирәндек" (Баймаҡ), "Ләйсән" (Учалы), "Эрвел" (Мишкә районы), "Ағиҙел" (Салауат ҡалаһы), "Сөмбөл" (Дүртөйлө ҡалаһы), "Дуҫлыҡ" (Нефтекама ҡалаһы), "Гөлдәр" (Сибай ҡалаһы), "Йәшлек" (Әбйәлил районы) бейеү ансамблдәре бар.