Башҡорт халҡының мәҙәниәте, сәнғәте тураһында һүҙ алып барғанда, нигеҙҙә, иң элек төрлө-төрлө көнкүреш әйберҙәре күҙ алдына баҫа. Ысынлап та, халҡыбыҙҙың беҙҙең көндәргә саҡлы һаҡланып ҡалған төп ҡиммәттәре – ауыҙ-тел ижады менән биҙәктәр. Баһалап бөткөһөҙ ошо байлыҡты һаҡлаусы зиһенле кешеләребеҙ башҡорт халҡының киләсәге өсөн рухи байлыҡ һәйкәле ҡойған. Башҡорт халҡының этник тарихы, тимәк сәнғәтенең формалашыу юлы ла ғәйәт ҡатмарлы. Уның ижадына илен арҡыры ла, буй ҙа үтеп китеүселәрҙең дә, баҫҡынсыларҙың да йоғонтоһо ҙур булған. Биҙәктәрҙә Себерҙә, Урта Азияла, Волга буйында ижад ителгән һыҙаттар ҙа, төрки, иран телле, фин, уғыр халыҡтарының традициялары ла төҫмөрләнә. Һуңғы йылдарҙа иһә көнсығыш славян биҙәү сәнғәтенең дә йоғонтоһо тойола. Әммә башҡорт халҡының сәнғәте үҙенә генә хас төп сифаттарын һаҡлап ҡала алған. Халыҡ ижадының һәр төрөндә – фольклормы, туҡыу, сигеү, ағас семәрләү, ювелир-биҙәүме, күнгә һалынған биҙәктәрме – һәр береһендә үҙҙәренә генә хас орнаменттары һаҡланған. Ә был биҙәктәр – үҙе бер донъя. Сәнғәт йәки ғилем юлынан китергә теләгән һәр кем халыҡ ижадын яҡшы белһә, иғтибар менән өйрәнһә, үҙе һайлаған һөнәр буйынса таянырлыҡ ҡиммәтле мәғлүмәттәр таба ала. Бөгөнгө көндә башҡорт архитектураһын, металға һәм күнгә биҙәк һалыу һөнәрен, ҡатын-ҡыҙҙарҙың дауаланыу-биҙәнеү әйберҙәре әҙерләү ысулдарын һәм башҡа шундай онотолоп барған ҡиммәтле оҫталыҡтарҙы аяҡҡа баҫтырып була.
Һәр халыҡтың материаль булмаған мәҙәниәтендә быуындан-быуынға, урындан-урынға, заман иләге аша иләнә-иләнә, күсә барған рухи хазиналары бар. Уларҙың берәүҙәре сәсмә телмәр рәүешен, икенселәре теҙмә юлдарҙы үҙ итә, өсөнсөләре үҙендә шуларҙың икеһен дә берләштерә.
Башҡортостан менән Рәсәй Федерацияһы төбәктәренең халыҡтары араһында рухи берҙәмлекте нығытыуҙа төбәк-ара саралар ҙур роль уйнай, мәҫәлән, “Кама буйы гәүһәрҙәре” милли мәҙәниәттәр фестивале, Рус йыры һәм таҡмаҡтары төбәк-ара байрамы һәм башҡалар. “Башҡортостан – Урал ынйыһы” халыҡ ижады форумы, “Оҙон көй”, “Ирәндек моңдары”, “Туған тел”, “Шапчак сасси”, “Мурпеледыш” кеүек Башҡортостан халыҡтарының милли мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән республика конкурстарында үҙешмәкәр коллективтар һәм башҡарыусылар әүҙем ҡатнаша. Бөтә урындарҙа ла “Һабантуй”, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар”, “Ҡаҙ өмәһе” халыҡ байрамдары киң билдәләнә. Барлыҡ ауыл биләмәләрендә һәм ҡалаларҙа тиерлек Шәжәрә байрамдары әүҙем үткәрелә. 2008 йылдан Әбйәлил районында “Аҡ кейеҙгә баҫып” башҡорт кейеҙе байрамы менән берҙәм проект итеп ойошторолған Республика шәжәрә байрамы Башҡортостан халҡы араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Республика территорияһында йәшәүсе халыҡтарҙың үҙенсәлекле мәҙәниәте үҫешенә 2003-2012 йылдарға “Башҡортостан халыҡтары”, “Башҡорт халҡын тергеҙеү һәм үҫтереү”, “2006-2010 йылдарға Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының телен һаҡлап ҡалыу, өйрәнеү һәм үҫтереү”, 2008-2017 йылдарға “Рәсәй Федерацияһы башҡорттары” кеүек дәүләт программалары комплексы булышлыҡ итә.
Программаларға ярашлы республикала Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтарҙың туған телдәрен һәм мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән саралар үткәрелә.
Республиканың муниципаль райондары һәм ҡала округтары хакимиәттәре, милли йәмәғәт ойошмалары һәм республика тарихи-мәҙәни үҙәктәре ҡатнашлығында һуңғы йылдарҙа бик күп республика милли байрамдары һәм фестивалдәре үтте, уларҙа Рәсәйҙең башҡа төбәктәре лә әүҙем ҡатнашты.
Башҡорт, рус, татар, марий, сыуаш, мордва, удмурт, украин, латыш, белорус, поляк мәҙәниәтттәренең Бөтә Рәсәй, төбәк-ара һәм республика байрамдары, Кавказ һәм Азия халыҡтары милли байрамдары үткәрелә.
Йәйге осорҙа башҡорт, рус, татар, марий, украин, удмурт, сыуаш, латыш халыҡтарының фольклорын һәм йолаларын һаҡлап ҡалыу маҡсаты менән йәйге этник-мәҙәни, лингвистик һәм тел лагерҙары ойошторола.
БР Халыҡтар дуҫлығы йорто дәүләт учреждениеһы республика милли-мәҙәни үҙәктәре менән берлектә Архангель, Баймаҡ, Бәләбәй, Благовар, Бүздәк, Ғафури, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Краснокама, Мишкә, Тәтешле, Стәрлетамаҡ һәм Өфө райондарының республика тарихи-мәҙәни үҙәктәре базаһында туған тел байрамдары үткәрҙе.
Боронғо сәнғәтте яңынан тергеҙеү замандан артта ҡалыу түгел. Халыҡ ижады иҫ китмәле юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән. Уларҙы өйрәнеү, заманға яраҡлаштырыу беҙҙең артабанғы үҫешебеҙ өсөн мәртәбә генә булыр.