Banner Bash

 Етеп килгән Яңы 2024 йыл менән!

Хөрмәтле дуҫтар! Яңы йыл каникулдары осоронда Башҡортостанда төрлө мәҙәни һәм спорт саралары үткәрелә. Ғәҙәттәгесә, ойоштороусылар ҡышҡы каникулдарҙы һәр кем ғаиләһе һәм яҡындары менән күңелле һәм файҙалы уҙғара алырлыҡ итеп төҙөргә тырышты. Девизыбыҙ үҙгәрешһеҙ ҡала: «Башҡортостан - спорт, туризм, мәҙәниәт һәм сәләмәтлек биләмәһе!»

Һеҙгә уңай булһын өсөн бер нисә йыл рәттән интерактив «Яңы йыл календары» әҙерләйбеҙ. Бында Башҡортостан ҡалалары һәм райондары хакимиәт үҙәктәрендә уҙасаҡ байрам саралары тупланған. Бөтә муниципалитеттар буйынса пландың тулы исемлеге менән танышыу өсөн һылтанма буйынса уларҙың сайтына күсергә кәрәк. Һеҙҙе ҡыҙыҡһындырған ҡала, район йәки учреждениены һайлағыҙ, уға баҫығыҙ һәм ҡышҡы каникулдарға «ғаилә календары» төҙөгөҙ. Календарҙа ойоштороусылар ҡарарына ярашлы үҙгәрештәр булыуы ихтимал.

Һеҙҙе Яңы 2024 йыл менән ҡотлайбыҙ һәм киләһе йылдың һәр кемгә һаулыҡ, йылмайыу, күңел йылылығы һәм шатлыҡ килтереүен теләйбеҙ!

Бөтә һорауҙарығыҙҙы һәм тәҡдимдәрегеҙҙе электрон почтаға ебәрә алаһығыҙ: Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра.

Дөйөм республика саралары

Райондар һәм ҡалалар

Учреждения культуры и искусства Башкортостана


 
 
 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb