Ҡәләм тирбәтеүселәрҙе «Аҡ күгәрсен» шиғриәт бәйгеһендә ҡатнашырға саҡыралар

Ҡәләм тирбәтеүселәрҙе «Аҡ күгәрсен» шиғриәт бәйгеһендә ҡатнашырға саҡыралар

БР Яҙыусылар берлеге ҡәләм тибрәтеүселәр араһында шағир Рәсих Ханнановтың иҫтәлегенә арналған “Аҡ күгәрсен” бәйгеһен уҙғара. Ижади сара 28 октябрҙә, шағирҙың тыуыуына 90 йыл тулған көндә, иғлан ителде. Конкурс эштәре 2021 йылдың 31 декабренәсә ҡабул ителә. Бында башҡорт һәм татар телдәрендә шиғыр яҙған һәр кем ҡатнаша ала, йәшәү урыны һәм йәше сикле түгел.

Проект Мәҙәни башланғыстар президент фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.

Бәйгегә йомғаҡ Бөтә донъя шиғриәт көнөндә - 2022 йылдың 21 мартында яһаласаҡ. Конкурстың партнеры – А. М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институты иң яҡшы шиғырҙар авторына Мәскәүҙә бушлай оҫталыҡ дәресен үтеү мөмкинлеген бирә. Еңеүсе тип табылған шиғырға көй яҙыласаҡ һәм ул эстрада йырсылары тарафынан башҡарыласаҡ. Иң яҡшы шиғырҙар шәлкемен китап итеп нәшер итеү һәм республика матбуғатында баҫтырыу ҡаралған.

Эштәрҙе башҡорт һәм татар телдәрендә Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра. электрон почтаһына йәки ошо адресы буйынса “Аҡ күгәрсен” конкурсына" тип яҙып ебәрергә кәрәк: 450076, Өфө ҡалаһы, Коммунистик урам, 34-се йорт.

Тулыраҡ мәғлүмәт менән www.белый-голубь.рф. һылтанмаһы аша үтеп танышырға мөмкин.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb