Ҡариҙел үҙәк район моделле китапханаһы "Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә ойошторолғайны. Ул "Минең Башҡортостаным" виртуаль видео-энциклопедияһында "Башҡортостан халыҡтарының балалар уйындары" номинацияһында ҡатнашты.
Ҡариҙел ҡалаһының 2-се урта мәктәбенең 2а класс уҡыусылары уҡытыусы Рәфиҙә Аҙнасурина менән "Йәшерәм яулығым" башҡорт халыҡ уйынын тәҡдим итте
"Халыҡ уйындары тыуған төйәккә, туған телгә, йолаларға һөйөү тәрбиәләүгә булышлыҡ итә. Шуныһы ҡыуаныслы: башҡорт телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә мәктәптәр генә түгел, ауыл китапханалары ла булышлыҡ итә ", - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Рәфиҙә Ғәнил ҡыҙы.
Яҙманы ошо һылтанма буйынса ҡарарға мөмкин:https://cloud.mail.ru/stock/9AbcR5DAXwzsfp9nuUes1S77.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, "Минең Башҡортостаным" виртуаль видео-энциклопедияһын БР Мәҙәниәт министрлығы БР Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана менән берлектә ойошторҙо. Уның маҡсаты һәм бурысы - Башҡортостандың тарихи мираҫына ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу, китапханалар эшмәкәрлегенең инновацион тәжрибәһен өйрәнеү һәм ғәмәлгә индереү, моделле китапханалар эшенең формаларын һәм алымдарын киң йәйелдереү.
Виртуаль видео-энциклопедияға оҫталыҡ дәрестәре, флешмобтар, челлендждар, виртуаль экскурсиялар, яҙыусылар менән онлайн-осрашыуҙар, театрлаштырылған уҡыуҙар яҙҙырылған роликтар инә. Видеороликтарҙың йөкмәткеләре: яҙыусылар, шағирҙар, Башҡортостан рәссамдары, Башҡортостандың ғаилә йолалары, милли аш-һыу, тыуған яҡ тәбиғәте, балалар өсөн халыҡ уйындары, шулай уҡ Башҡортостан халыҡтарының милли кейеме өлөштәре.