«Мәҙәниәт» милли проекты ярҙамында асылған Ишембай районы Үрге Этҡол ауылының моделле китапханаһында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның 115 йыллығына арналған «Оло Эйек ҡыҙы» тигән йәнле уҡыу сәғәте уҙҙы.
Сарала ауыл мәктәбенең башланғыс класс уҡыусылары ҡатнашты. Китапханасы Гөлдәр Йәрмөхәмәтова балаларҙы яҙыусының тормошондағы төп ваҡиғалар менән таныштырҙы. Мәктәп уҡыусылары Зәйнәб Абдулла ҡыҙының иртә етем ҡалыуы, ижадҡа өсөн күп көс һалыуы тураһында белде.
Китапхана хеҙмәткәрҙәре балалар менән бергә Зәйнәб Биишеваның «Ел-ел арбам» әкиәтен һәм «Һөнәрсе менән өйрәнсек» хикәйәһен ҡысҡырып уҡыны, уларҙа китап уҡыусылар яҡшылыҡты һәм яуызлыҡты, оҫталыҡты һәм һәләтһеҙлекте, эш һөйөүсәнлекте һәм хыянатты күрҙе.
- Йәнле уҡыуҙар балаларҙы китап уҡыуға йәлеп итеүҙең иң яҡшы формаларының береһе булып тора. Бындай саралар бик кәрәк, сөнки балалар үҙҙәренә ҡысҡырып уҡығанды бик ярата, - тип билдәләне Гөлдәр Йәрмөхәмәтова.
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Зәйнәб Биишеваның күп яҡлы үҙенсәлекле ижады башҡорт халҡының рухи мәҙәниәтендә баһалап бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә. 3әйнәб Биишева – шағирә, драматург, башҡорт телендәге беренсе трилогия авторы. Ул үҙенән һуң ғәйәт ҙур әҙәби мираҫ ҡалдырған. Зәйнәб Биишева төрлө жанрҙарҙа яҙҙы. Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн бер нисә әҫәре, шул иҫәптән «Дуҫлыҡ» пьесаһы һәм «Дуҫ булайыҡ» повесы, тиҫтәләгән шиғырҙар һәм әкиәттәр авторы.
Сара халыҡ яҙыусыһы тураһында документаль фильм ҡарау менән тамамланды.