Һамар өлкәһендә билдәле тел белгесе Ғәббәс Дәүләтшинға һәйкәл асылды

Һамар өлкәһендә билдәле тел белгесе Ғәббәс Дәүләтшинға һәйкәл асылды

Ошо көндәрҙә Һамар өлкәһендә күренекле ғалим һәм йәмәғәт эшмәкәре, хәҙерге башҡорт тел ғилеменә нигеҙ һалыусыларҙың береһе булған билдәле тел белгесе Ғәббәс Дәүләтшинға (1892-1937) һәйкәл асылды.

Оло Глушица ауылында һәйкәл асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһынан һәм Һамар өлкәһенән абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты. Ғалимдың тыуған төйәгендә өс метрлыҡ һәйкәл Һамар өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән барлыҡҡа килде. Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Александр Хинштейн, Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте идеяны хупланы. Һәйкәлдең скульпторы — Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хәниф Хәбибрахманов.

Сара Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе филармонияһы артисы Илдар Әбдрәшитов башҡарыуындағы «Уралым» йыры менән асылды. Байрамды Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Гөлназ Иҙрисова алып барҙы.

Сәләмләү һүҙҙәре менән Һамар өлкәһенең Оло Глушица районы башлығы Валерий Анцинов һәм Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Александр Хинштейн сығыш яһаны. Шулай уҡ мәртәбәле ҡунаҡтар — Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, Һамар өлкәһенең йәмәғәт именлеге департаменты етәксеһе Юрий Иванов, Башҡортостан мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина һәм Ғәббәс Йәғәфәр улының ейәнсәре — режиссер-документалист Элла Дәүләтшина телмәр тотто.

- Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылында, Ғәббәс Дәүләтшинға 130 йыл тулған йылда, Һамар өлкәһенең Ташкүстйән ауылында тыуып үҫкән, башҡорт әҙәби телен ғәмәлгә ашырыу өсөн байтаҡ эш башҡарған күренекле башҡорт ғалимына һәйкәл асыуыбыҙ ҙур әһәмиәткә эйә. Ул башҡорт теленең алдынғы диалектын һайлауҙа ҡатнашты, тәүге әлифбаның, тәүге орфография һүҙлегенең, шулай уҡ юғары уҡыу йорттары өсөн башҡорт теле дәреслегенең авторҙарының береһе булды. Уның туған телде һаҡлау буйынса ғилми-тикшеренеү һәм педагогик эшмәкәрлегенең әһәмиәтен баһалап бөткөһөҙ. Ул уникаль методикалар уйлап тапҡан, улар 21 быуатта ла үҙ актуаллеген юғалтмай. Ғалимдың туған телгә булған мөхәббәте, уны һаҡлап ҡалыу һәм киләсәк быуындарға тапшырыу теләге бөтәбеҙ өсөн дә өлгө булып тора, - тип билдәләп үтте Наталья Лапшина. 

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе филармонияһы солисы, республика конкурстары лауреаты Динар Абдуллин ҡурайҙа башҡорт халыҡ көйҙәрен уйнап ишеттерҙе. Бынан һуң тантанала ҡатнашыусылар һәйкәлгә сәскәләр һалды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылда Өфөлә башҡорт тел белгесе Ғәббәс Дәүләтшинға мемориаль таҡтаташ асылғайны.

Һамар өлкәһендә билдәле тел белгесе Ғәббәс Дәүләтшинға һәйкәл асылды

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb