Әнүр Вахитовтың «Шәжәрә» китабы башҡорт телендә Брайль шрифты менән баҫылды

Әнүр Вахитовтың «Шәжәрә» китабы башҡорт телендә Брайль шрифты менән баҫылды

Ошо көндәрҙә Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһының тифлонәшриәт бүлегендә Әнүр Вахитовтың «Шәжәрә» китабы донъя күрҙе, ул башҡорт телендә рельефлы-нөктәле шрифт менән баҫылған.

2022 йылдың 20 декабрендә башҡорт телен, башҡорт әҙәбиәтен, башҡорт ауыҙ-тел ижадын өйрәнеүгә үҙенең тормошон һәм йөрәгенең көсөн арнаған күренекле шәхес, яҙыусы һәм ғалим, фольклорсы һәм тәнҡитсе Әнүр Вахитовтың тыуыуына 90 йыл тула.

Китапта автор экспедиция ваҡытында табылған башҡорт телендәге боронғо китап хаҡында бәйән итә.

Техник эшкәртеү процесынан һуң баҫма махсус китапхананың республика ҡалаларындағы филиалдарына тапшырыласаҡ.

Әнүр Вахитовтың «Шәжәрә» китабы башҡорт телендә Брайль шрифты менән баҫылды

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb