28 ноябрҙә өфөләр "Ёлки - 8" фильмының эпизодын төшөрөүҙә ҡатнашты. Сара Салауат Юлаев һәйкәле майҙанында проекттың продюсеры һәм режиссёр Антон Богданов етәкселегендә уҙҙы.
Ижади төркөмгә Әмир Абдразаҡов исемендәге "Башҡортостан" киностудияһы белгестәре ярҙам итте. Киностудия директоры Юнир Әминев билдәләүенсә, фильмдың был өлөшө Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Өфө ҡалаһы хакимиәте ярҙамында төшөрөлдө.
"Киноға төшөүселәр Башҡортостандың символы – ҡурай тажы рәүешендә теҙелеп торҙо. Өфөләге эпизодтар "Ёлки - 8" комедияһының аҙағында күрһәтеләсәк”, - тип һөйләне Юнир Миңлебай улы.
Ошондай уҡ съемкалар Мәскәүҙә, Пермдә, Красноярскиҙа, Төмәндә һәм Саранскиҙа үткән. Яңы йыл комедияһының яңы өлөшө 16 декабрҙә прокатҡа сыға.
Әйтергә кәрәк, сарала ҡатнашыусылар съемка уҙған майҙанға коронавируслы инфекцияны иҫкәртеү буйынса тейешле документтар буйынса ғына үткәрелгән.