Өфө сәхнәһендә «Саптар» студияһы сығыш яһаясаҡ

Өфө сәхнәһендә «Саптар» студияһы сығыш яһаясаҡ

25 апрелдә «Торатау» конгресс-холында Башҡортостан Хөкүмәте, Мәҙәниәт министрлығы һәм Баймаҡ районы хакимиәте булышлығында республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Радик Бакиров етәкселегендә «Саптар» өлгөлө хореография студияһының тәүге концерты була.

Баймаҡ ҡалаһының «Саптар» өлгөлө хореография студияһы - хореография сәнғәте өлкәһендә перспективалы, үҫешеүсе мәктәп, бында бәләкәйҙән алып балаларға патриотик тәрбиә бирәләр.

Студияла 4-15 йәштәрҙәге балалар шөғөлләнә. Тәрбиәләнеүселәр йыл һайын халыҡ-ара, бөтә Рәсәй конкурстарында, фестивалдәрендә Баймаҡ районы һәм тотош республикабыҙ мәҙәниәте менән таныштыра. Студия Мәскәү (лауреат, дәрәжә лауреат), Санкт-Петербург (Гран-При), Сочи (Гран-При), Туапсе (Гран-При) һәм башҡа ҡалаларҙа алдынғы урындарҙы яула.

Саптарҙар йыл һайын үҙ ҡалаһында отчет концерты бирә, унда 250-нән ашыу бала 20-30 номер күрһәтә.

Бөгөн «Саптар» өлгөлө хореография студияһы концерт программаһы әҙерләй һәм баш ҡалаға үҙенең иң сағыу  бейеү номерҙарын килтерергә планлаштыра һәм һәр барыһын да бейеү донъяһына саҡыра.

Инеү ирекле!

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb