Өфөлә үтәсәк «Байыҡ» конкурсының гала-концертына рәхим итегеҙ

Өфөлә үтәсәк  «Байыҡ» конкурсының гала-концертына рәхим итегеҙ

 

 12 декабрь көнө,  «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Байыҡ» башҡорт бейеүен башҡарыусыларҙың  республика телевизион конкурсының гала-концерты үтә.

Республикабыҙҙа ғына түгел, халыҡ-ара кимәлдә киң танылыу алған  «Байыҡ» республика телевизион конкурсының еңеүселәрен алҡышлап, Баш­ҡортостаныбыҙҙың иң сағыу бейеү коллективтарының сы­ғыш­тарын тамаша ҡылыу бәхетенән ситтә ҡалмағыҙ.

Башҡортостан юлдаш телеканалының матбуғат секретары Люциә Дәүлиева хәбәр итеүенсә, гала-концертҡа Учалы филармонияһының «Уралтау» бейеү ансамбле, «Сибай» халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһының бейеү театры, Хакасия, Абхазия, Төньяҡ Осетия-Алания, Чечня, Санкт-Петербург, Ярославлдән бейеүселәр ҡатнашасаҡ.

Проекттың етәксеһе һәм авторы Рита Өмөтбаева йыл буйы дауам иткән конкурс тураһында фекерҙәре менән уртаҡлашып, бәйгенең, йылдағыса, ҡыҙыу барыуын билдәләне. — Йыл һайын ойоштороу комитетына 500-ҙән ашыу ғариза килә. Әммә уларҙың иң яҡшылары ғына финалға сыға. Һайлап алыу турҙары йыл буйына бара».

 Бейеү байрамында бейеүселәрҙең «иң-иң»дәре генә сығыш яһай.  Халҡыбыҙҙа бейеүгә оҫталыҡ ҡаныбыҙға һеңгән шул. Конкурста йәш-елкенсәктән алып сал сәсле инәй-олатайҙарға тиклем ҡатнашыуы көтөлә. Телевизион конкурста бейеүгә таһыл, маһир башҡарыусылар милли ерлектән айырылмаған бейеүҙәребеҙҙе тәү матурлығында һаҡлап, тамашасы иғтибарына еткер­ә.

Башҡорт бейеүе – дәүерҙәр һынауын үткән, халҡыбыҙҙың быуындар­ҙан килгән аҫыл хазинаһына тамыр­ҙары менән береккән сәнғәт ын­йыһы. «Байыҡ» республика телевизион конкурсы ошо хазинаны бар сағыулығында балҡытыу­сы ижад майҙаны.  «Байыҡ» конкурсының гала-концерты күңелдәрҙе ҡояш нурына мансыр, күҙҙәрҙә йән иретер нур уйнатҡан башҡорт бейеүен һөйөүселәрҙең уртаҡ байрамына әүерелер тигән өмөттә ҡалайыҡ. 

Күптәргә ижади ҡанат ҡуйған, мәҙәниәтебеҙ күгендә яңы йондоҙҙар ҡабыҙған, яңы илһам шишмәләрен урғылтҡан “Байыҡ” бейеү конкурсының Гала-концертына рәхим итегеҙ!

Гүзәл Багаева

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb