27 августа Өфө амфитеатрында («Торатау» конгресс-холы янында) «Ат уйнатып алдан бара» спектакле сәхнәләштерелә. Спектакль легендар генерал, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған көнөнә һәм данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы атлыларына арнала. Киске сәғәт 8-ҙә башлана.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының күренекле полководецы, генерал-майор, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов тураһында спектакль ҡуйғайны.
«Ат уйнатып алдан бара» спектакленең премьераһы 2020 йылдың 19 һәм 20 ноябрендә булды. Драматург — Зөһрә Бураҡаева, проекттың художество етәксеһе — Айрат Абушахманов, ҡуйыусы режиссер — Хөрмәтулла Үтәшев. Спектакль Башҡортостандың Милли музейы һәм архивы, Хәрби-тарихи музейҙар, Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы фондтарында һаҡланған документаль сығанаҡтарға нигеҙләнеп яҙылған.