3 декабрҙә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы беренсе блогерҙар концертына саҡыра. Филармония артистары һәм интернет йондоҙҙары бәйләнештә бер сәхнәлә осрашасаҡ. Ойоштороусылар вәғәҙә итеүенсә, был майҙандан осҡондар сәсрәп торасаҡ: билдәле хиттар һәм яңы йырҙар, яңы дуэттар яңғыраясаҡ.
Һәр ҡатнашыусының меңәрләгән фанаты һәм интернет аша күҙәтеүселәре бар. Был йәштәр һәләтле һәм ижади ҡарашлы, әүҙем һәм эҙләнеүсән булғанға ошондай уңыштарға өлгәшә алған.
Концертҡа килеүселәр рәхәтләнеп йырҙар тыңлау менән бер рәттән шаярыу, төрттөрөү кеүек юмор жанрынан да "ауыҙ итер". Кәйефтәрҙе күтәрер, көлдөрөр, дәртләндерер сәбәптәр күп буласаҡ.
Был матур сараны алып барыуҙы юмор оҫтаһы Азамат нөктә.ру менән һылыуҡай Дилара Мусинаға ышанып тапшырғандар. Һәм тағы ла бер серле мәғлүмәт: бар республикаға билдәле булған билдәһеҙ блогер СЕРЛЕ киләсәк. Уның кем булыуын белеп ҡалырға теләһәгеҙ, концертҡа рәхим итегеҙ.
Билеттарҙы филармония кассаһында һәм сайтында алырға мөмкин.
Тамаша киске сәғәт 6-ла башлана.