Бөгөн, 25 ғинуарҙа, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостандың халыҡ артисы Тәнзилә Үҙәнбаеваның ижад кисәһе уҙа.
Бына 50 йылдан ашыу Тәнзилә Үҙәнбаеваның исеме һәм тауышы башҡорт халҡының милли музыка сәнғәте символы булып тора. Ул – халыҡ йырҙарын профессиональ сәнғәт кимәленә күтәргән вокал оҫталарының береһе.
Тәнзилә Үҙәнбаеваның сәхнә тормошо билдәле «Йәдкәр» фольклор-эстрада ансамбле менән тығыҙ бәйләнгән. Был коллективта йырсы сирек быуат ижад итте, уның менән бергә Мәскәүҙә Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивалендә, Төркиәлә, Азербайжанда, Хакасияла халыҡ-ара фольклор фестивалдәрендә уңышлы сығыш яһаны. Артисткаға шулай уҡ Германия, Австрия, Япония, Һиндостан, Төркиә, Монголия, Чехословакия, Польша, Греция, Сингапур һәм башҡа илдәрҙең тамашасылары алҡышлаған.
Тәнзилә Үҙәнбаеваның тауышы Бөтә Союз грамъяҙма студияһының «Мелодия» фирмаһы сығарған грампластинкаларҙа яҙылған. «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы йырсының ижадына айырым фильм-концерт бағышлаған. Республика композиторҙарының халыҡ йырҙары һәм әҫәрҙәре менән компакт-дискылары сығарылған.
Бына 16 йыл инде Тәнзилә Хәмит ҡыҙы Өфө сәнғәт училищеһының (колледжының) вокал бүлегендә уҡыта. 2009 йылдан – Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты музыка факультетының вокал сәнғәте кафедраһы доценты. Эшләгән йылдарында ул ике тиҫтә белгес әҙерләп сығарған, улар илдең төрлө юғары уҡый йортонда белемен дауам иткән. Күптәре телевидениела, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында, «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамблендә, театрҙарҙа, колледждарҙа, музыка мәктәптәрендә эшләй.
Программала тантанала Тәнзилә Үҙәнбаеваның төрлө йылдарҙа белем алған уҡыусылары, Башҡорт опера һәм балет театры солистары, ижади дуҫтары, хеҙмәттәштәре сығыш яһай.
Программала классиктарҙың һәм хәҙерге заман авторҙарының әҫәрҙәре, халыҡ музыкаһы яңғырай.
Режиссеры - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова.
Концерт киске 7-лә башлана.
Билеттар - филармония кассаһында һәм сайтында.