Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримде иҫкә алалар

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримде иҫкә алалар

Бөгөн республиканың бөйөк улы, шағир-фронтовик һәм хәрби хәбәрсе, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, Ватан һуғышы ордены кавалеры, Социалистик Хеҙмәт Геройы, "Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн" ордены кавалеры, СССР-ҙың Ленин премияһы лауреаты, Шолохов исемендәге Халыҡ-ара премияһы лауреаты, Салауат Юлаев исемендәге республика дәүләт премияһы лауреаты, башҡорт әҙәбиәте классигы һәм драматургы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 102 йыл тула.

Был көндө Өфөлә Мостафа Сафа улының иҫтәлегенә арналған саралар үтә.

Саралар программаһы:

- көндөҙгө 12 сәғәттә  Мостай Кәрим урамында урынлашҡан шағирҙың һәйкәленә сәскә һалыу;

- 15 сәғәттә М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында М. Кәримдең әҫәре буйынса "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ" спектакле;

- киске сәғәт 7-лә М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында М. Кәримдең "Ҡыҙ урлау" спектакле;

- киске сәғәт 7-лә М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, Башҡортостандың Йәш яҡташтар ассоциацияһы, М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры, "Кубоктар лигаһы" - КВН уйындары, шағирҙар һәм блогерҙар ҡатнашлығында "Уфтанма" театр проекты.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb