Өфөлә билдәле башҡорт композиторы Рафиҡ Сәлмәновты иҫкә алдылар

Өфөлә билдәле башҡорт композиторы Рафиҡ Сәлмәновты иҫкә алдылар

Бөгөн күренекле башҡорт композиторы, йәмәғәт эшмәкәре, СССР-ҙың Композиторҙар союзы ағзаһы, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, башҡорт профессиональ музыкаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе Рафиҡ Сәлмәновтың тыуыуының 105 йыл тула. Күренекле композиторҙың тыуған көнөндә БР Мәҙәниәт министрлығы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡасандыр композитор үҙ ғаиләһе менән йәшәгән йорт алдында иҫкә алыу сараһын ойошторҙо.  Ленин урамындағы был йортта Рафиҡ Сәлмәновҡа таҡтаташ ҡуйылған. 

– Быйыл Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Рафиҡ Сәлмәновтың ижади мираҫына арналған концерт буласаҡ. Тиҙҙән көнө билдәле буласаҡ,– тине БР Мәҙәниәт министрлығының бүлек етәксеһе Зиннур Сөләймәнов. 
 
Рафиҡ Вафа улы Сәлмәнов 1917 йылдың 15 сентябрендә Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Әбйәлил районы Асҡар ауылында тыуған. Музыкаль белемде П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү консерваторияһы ҡарамағындағы башҡорт студияһында ала. «Йәш дуҫтар йырлай», «Илемә сәскә бүләк итәм» тигән вокаль йыйынтыҡтары балаларға ғына тәғәйенләнгән. Уның баян һәм фортепьяно өсөн инструменталь пьесалары музыка мәктәптәре, училищелар һәм башҡарыусы музыканттар өсөн тәғәйенләнгән.
 
Рафиҡ Сәлмәновтың иң кескәйҙәр өсөн яҙылған «Тышта ҡар яуа» (Ҡадир Даян), уҡыусылар өсөн «Хеҙмәт йыры» (Әхтәм Ихсан), «Игенселәр йыры» (Шәриф Бикҡол), «Һалдат моңдары» (Зәйни Рафиҡов), «Әбйәлил» (Шәкир Бикҡолов) йырҙарынан башлап Рәми Ғарипов һүҙҙәренә яҙылған «Минең йондоҙом», «Юл йыры», «Дан һиңә, дан, Башҡортостан», «Именлек һөнәре», «Хушлашыу», Ҡадир Даян шиғырына яҙылған «Дуҫлыҡ йыры», «Беҙҙең ауыл ҡыҙҙары», «Таң йыры», «Ҡарасәс», Нәжип Иҙелбай һүҙҙәренә «Сирень сәскәләре», Абдулхаҡ Игебаев һүҙҙәренә «Күңел һағышына йәшлек эҙҙәренән», «Дилбәр», Ғилемдар Рамаҙанов һүҙҙәренә «Эҙләйем һине» йырҙарына тиклем кесеһе лә, олоһо ла, һәр кем белә.
 
Бынан тыш, Рафиҡ Сәлмәнов халыҡ музыкаһына таянып байтаҡ әҫәрҙәр ижад итә. Уның тынлы ағас инструменттар өсөн «Турат тауы» тигән музыкаль легендаһы, скрипка һәм фортепьяно өсөн «Яҙғы вальс» әҫәре киң билдәле.
 
Композитор ғүмеренең һуңғы йылдарында ҡатыны менән тыуған ауылы Асҡарҙа йәшәй. 2003 йылда композиторҙың йөрәге тибеүҙән туҡтай. Асҡар ауылындағы яңы урамдарҙың береһе уның исемен йөрөтә. 
Өфөлә билдәле башҡорт композиторы Рафиҡ Сәлмәновты иҫкә алдылар
Өфөлә билдәле башҡорт композиторы Рафиҡ Сәлмәновты иҫкә алдылар
Өфөлә билдәле башҡорт композиторы Рафиҡ Сәлмәновты иҫкә алдылар
Өфөлә билдәле башҡорт композиторы Рафиҡ Сәлмәновты иҫкә алдылар

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

Разработка сайта - HunterWeb