Кисә, 13 апрелдә, Өфөлә билдәле тележурналист, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы Гөлдәриә Йосопованың «Киләсәккә хат яҙам» исемле тәүге шиғри йыйынтығының исем туйы үтте. Йыйынтыҡ «Башҡорт энциклопедияһы» нәшриәтендә донъя күргән. Сара хаҡында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуған хеҙмәте хәбәр итте.
Китапта Гөлдәриә Йосопованың үҫмер сағынан башлап төрлө ғүмер осоронда ижад иткән шиғырҙары тупланған.
«Китабым,тәү сиратта, ҡатын-ҡыҙ бәхете, минең тормошомдо ҡояшлы һәм шатлыҡлы иткән ҡәҙерле кешеләрем тураһында» - тип шатлығы менән уртаҡлашты Гөлдәриә Ғәтиәт ҡыҙы.
Шиғырҙарҙы Гөлдәриә Йосопова бала саҡтан уҡ яҙа. Тәүге әҫәрҙәре «Башҡортостан пионеры», «Йәншишмә» гәзиттәрендә, ә студент йылдарында «Ленинсы» һәм «Совет Башҡортостаны» гәзиттәрендә баҫылған. Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетын тамамлағас, Гөлдәриә Йосопова үҙен яратҡан һөнәренә бағышлаған. Шағирә әйтеүенсә, «күңелгә ятҡан эш шулай уҡ шиғри ижадҡа илһам өҫтәй ала».
Китап ҡаты тышлы, күп әҫәрҙәргә тематик һүрәттәр менән биҙәлгән. Автор һөйләүенсә, танылған рәссам Ләйлә Ғаянова уның ижады менән һуғарылған һәм шиғри юлдарҙы образлы һүрәттәр менән тулыландырған.
«Атай менән әсәйем, өләсәйем, һуғышты үткән олатайым, балаларым, ейәнсәрем һәм яратҡан кешем – улар барыһы ла әҫәрҙәремдең геройҙары», - тине Гөлдәриә Йосопова.
Автор шиғырҙарына ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә популярлыҡ яулап өлгөргән өс йыр яҙылған. Исем туйында Гөлдәриә Йосопованың дуҫтары, хеҙмәттәштәре ҡатнашты, бик күп йылы һүҙҙәр яңғыраны.
Башҡорт телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә өлөш индергәне өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исеменән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, шағирә, «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина авторға Рәхмәт хатын тапшырҙы.