9 майҙа Өфө ҡалаһының «Торатау» конгресс-холлы амфитеатрында Еңеү көнөнә бағышланған «Халыҡ хәтерендә бөйөк батырлыҡ!» исемле байрам концерты була.
Концертҡа ветерандар, локаль һуғыштарҙа һәм ҡораллы конфликттарҙа ҡатнашыусылар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре саҡырылған.
Программа киске сәғәт 7-лә башлана. Унда башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары һәм ижади коллективтары: Ф.Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Александр Лынник, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы Геннадий Родионов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмил Бәҙәмшин, популяр йәш башҡарыусылар - Полина Кобец, Әлфиә Ниғмәтуллина, Ришат Абдуллин, Алиса Йомағәлиева, «Премьер», «Джентельмендар» төркөмдәре ҡатнаша.
Рәсәй йондоҙҙарының сығышы алдынан аудиторияны ҡыҙҙырыу өсөн «Zainetdin Neo Vision» төкөмө сығыш яһаясаҡ. Артабан тамашасыларҙы Рәсәй йырсыһы Максим һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы Николай Басковтың сығыштары көтә.
Тантаналы концерт РСФСР-ҙың халыҡ артисы Лев Лещенко башҡарыуында «Еңеү көнө» йыры һәм киске сәғәт 10-да байрам фейерверкы менән тамамлана.