Бөгөн - Өфө тимер юл вокзалында туҡтаған Еңеү поезын ҡарау өсөн һуңғы мөмкинселек. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Еңеү поезы рәүешендә ҡыҙыҡлы күргәҙмә 31 июлдән 2 августҡа тиклем баш ҡалала туҡтағайны.
Йыл да үтә торған күргәҙмә Бөйөк Ватан һуғышына арналған һәм вагон шул йылдарҙы һынландыра. Уны формалағы хеҙмәткәрҙәр оҙата һәм был тарихи ваҡиғаларҙың эсенә алып киткәндәй күренеш тыуҙыра.
Быйылғы экскурсия темаһы - "Бөйөк Ватан һуғышында фән".
Хәүефһеҙлек сараһын күреп, экскурсия төркөмө 12 кешенән генә йыйыласаҡ. Күргәҙмәне ҡарау өсөн поездпобеды.рф сайтында теркәлергә онотмағыҙ.