Өфөлә «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале үтәсәк

Өфөлә «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале үтәсәк

24- 26 июндә “Торатау” Конгресс-холы амфитеатрында «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале уҙғарыла. Был мауыҡтырғыс ваҡиға һәр кемде ҙурлығы, донъя кимәлендә башҡарыусылар кимәле, стилдәрҙең һәм йүнәлештәрҙең киңлеге менән хайран ҡалдыра.

Башҡортостанда 2016 йылдан уҙғарылып килгән «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивалендә йыл һайын 200 меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Уның программаһында бер нисә тематик музыкаль кисә һәм «Симфоник төн», йондоҙҙарҙың сығыштары буласаҡ.

«Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивален ойоштороусылар йәнә баш ҡала һәм республика халҡын һәм ҡунаҡтарҙы форумды уҙғарыу күләме һәм ғәйәт ҙурлығы, донъяла башҡарыусылар кимәле, стилдәрҙең һәм йүнәлештәрҙең киңлеге менән ҡыуандырырға әҙер.

24 июндә «Башҡортостанда тыуғандар» программаһы менән фестивалде асыу тантанаһы була. Унда «Тауыш» шоуында төрлө миҙгелдәрҙә республикабыҙ данын яҡлаған ҡатнашыусылар сығыш яһаясаҡ. Шулай уҡ Башҡорт дәүләт филармонияһының Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Касимов етәкселегендәге Эстрада-джаз оркестры сығышын тыңларға мөмкин. Беренсе көндөң хедлайнерҙары - «XXI тенорҙары» арт-проекты һәм «Пицца» төркөмө.

25 июндә «Симфоник төн» Башҡортостан Республикаһы Милли симфоник оркестры башҡарыуында донъя классикаһы шедеврҙарын тәҡдим итәсәк. Дирижер пульты артында - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Дмитрий Крюков.

«Евразия йөрәге - 2022» халыҡ-ара сәнғәт фестиваленең гала-концерты 26 июндә була һәм Йәштәр көнөнә арнала. Был көндө сәхнәгә республикабыҙҙың йәш артистары сығасаҡ. Улар араһында бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты Гөлнара Байғужина, Эдуард Хөснөтдинов, Nail Bashstyle һәм башҡалар бар. Тамашасылар шулай уҡ «Бишбармаҡ» һәм «Дәрүишхан» төркөмдәренең сығышын ишетер.

Бынан тыш, өфөләрҙе һәм баш ҡала ҡунаҡтарын үҙҙәренең сағыу номерҙары менән Бүрәт Республикаһынан ҡунаҡтар - «Намгар» этно-төркөмө ҡыуандырасаҡ.

«Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале гала-концертының хедлайнерҙары - Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Сергей Трофимов (Трофим) һәм Дима Билан. Йола буйынса фестиваль байрам фейерверкы менән тамамлана.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb