Өфөлә күп йылдар Башҡортостандың мәҙәниәт һәм сәнғәт тармағында эшләгән Флүрә Мифтахова менән хушлаштылар. Уға ни бары 60 йәш ине.
Флүрә Әхмәҙи ҡыҙы 40 йыл мәҙәниәт учреждениеларында эшләгән, ауыл мәҙәниәт йорто директорынан һәм Учалы районының мәҙәниәт бүлеге етәксеһенән алып Башҡорт дәүләт филармонияһы директорының концерт эшмәкәрлеге буйынса урынбаҫарына тиклем юл үткән. Шулай уҡ Өфө дәүләт сәнғәт институтында һәм Республика халыҡ ижады үҙәгендә эшләй, республика, Рәсәй, халыҡ-ара конкурстар, фестивалдәр, байрамдар, семинарҙар, оҫталыҡ дәрестәрен ойоштороусы була.
Хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем бер нисә йыл Башҡортостандың Мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау буйынса ғилми-етештереү үҙәгендә эшләй. Быйыл республиканың маҡтау грамотаһы менән бүләкләнә.