Өфөлә Матбуғатҡа яҙылыусы көнөндә ҡиммәтле бүләктәр уйнатыласаҡ

Өфөлә Матбуғатҡа яҙылыусы көнөндә ҡиммәтле бүләктәр уйнатыласаҡ

14 июндә Матбуғат йорто алдындағы майҙанда Матбуғатҡа яҙылыусы көнө ойошторола. Республика баҫмаларына яҙылыусылар араһында төрлө бүләктәр уйнатыла. Был хаҡта Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы тип хәбәр итә.

6-16 июндә Ташламалы хаҡҡа яҙылыу декадаһы уҙа. Яратҡан баҫмаларға 10% ташлама менән яҙылырға мөмкин. Беренсе һәм икенсе төркөм инвалидтарына, Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветерандарына, тыл хеҙмәтсәндәренә лә өҫтәмә ташлама бар.

«Арғымаҡ» этно-рок төркөмө, «Ауаз» фольклор ансамбле, Башҡортостандың халыҡ артистары Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, Фәдис Ғәниев, Лилиә Ишемйәрова, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Марсель Ҡотоев, Илнур Лоҡманов, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Любовь Богатырева, виртуоз баянсы-гармунсы Салауат Әҡсәнов, йырҙар авторы һәм йырсы Филүс Бөркөт, «Тамыр» балалар йыр ансамбле һәм башҡалар байрамда ҡатнашыусыларға яҡшы кәйеф бүләк итәсәк. Байрам ҡунаҡтары – республиканың күренекле шәхестәре.

Йәрминкәлә З. Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең китап продукцияһын, халыҡ кәсептәре әйберҙәрен һатып алырға мөмкин.

Сара иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb