Өфөлә шағир һәм ғалим Ғабдулла Амантайҙың ижади мираҫы тураһында фекер алыштылар

Өфөлә шағир һәм ғалим Ғабдулла Амантайҙың ижади мираҫы тураһында фекер алыштылар

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты менән берлектә шағир, телсе, әҙәбиәт белгесе, фольклорсы Ғабдулла Амантайҙың (Ғабдулла Сәхипгәрәй улы Амантаев, 1907 - 1938) тыуыуына 115 йыл тулыуға арналған түңәрәк өҫтәл үткәрҙе. 

Филология фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының фольклористика бүлеге мөдире Гөлнур Хөсәйенованың сығышы Ғабдулла Амантайҙың тормошона, ижади мираҫына арналды.

Тарих фәндәре кандидаты, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының төп ғилми хеҙмәткәре Әхәт Сәлихов ғалимдың Башҡортостандың милли мәҙәниәт ғилми-тикшеренеү институты директоры вазифаһындағы эшмәкәрлегенә ентекләберәк туҡталды.

Филология фәндәре кандидаты, учреждениеның ғилми хеҙмәткәре Рәшит Аҡкөбәковтың билдәһеҙ архив материалдарына нигеҙләнгән доклады Ғабдулла Амантайҙың тормошо һәм эшмәкәрлегенең бығаса аҙ билдәле булған биттәрен асты.

Ҡулъяҙмалар һәм һирәк баҫмалар бүлегенең ғилми хеҙмәткәре Ислам Байғужин баҫмаларҙың коллекцияларын булдырыу тураһында һөйләне һәм күренекле ғалимдың айырым хеҙмәттәренә туҡталды.

Ҡулъяҙмалар һәм һирәк баҫмалар бүлеге хеҙмәткәрҙәре тарафынан китап күргәҙмәһе ойошторолдо.

Сараның модераторы булып филология фәндәре кандидаты, доцент, ҡулъяҙмалар һәм һирәк баҫмалар бүлеге мөдире Флүр Сибәғәтов сығыш яһаны.

Өфөлә шағир һәм ғалим Ғабдулла Амантайҙың ижади мираҫы тураһында фекер алыштылар
Өфөлә шағир һәм ғалим Ғабдулла Амантайҙың ижади мираҫы тураһында фекер алыштылар
Өфөлә шағир һәм ғалим Ғабдулла Амантайҙың ижади мираҫы тураһында фекер алыштылар

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb