Өфөлә «Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары бәйгеһенә йомғаҡ яһалды

Өфөлә «Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары бәйгеһенә йомғаҡ яһалды

Республика көнөндә Өфөлә «Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары бәйгеһенә йомғаҡ яһалды, быйыл биш номинацияла еңеүселәр билдәләнде. Гран-приҙы Башҡортостандың халыҡ артисы Рафаэль Амантаев яуланы. 

«Тамға» конкурсына старт быйыл июлдә бирелгәйне. Өсөнсөгә ойошторолған сарала ҡатнашырға теләүселәр күп булған, өс йөҙҙән ашыу заявка ҡабул ителә. Һайлап алыу этаптарын уңышлы үткән илле автор йомғаҡлау турына саҡырыла. Улар араһында халыҡ оҫталарынан тыш, профессиональ дизайнер, стилистар ҙа бар.

Сараға Үзбәкстан һәм Ҡырғыҙстан республикаларынан билдәле дизайнерҙар саҡырылғайны.  Ҡунаҡтар конкурс кимәлен юғары баһалап, хеҙмәттәшлек итеү тәҡдиме менән сыҡты.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb