Кисә, 1 июндә, Өфөлә «Тамырым – башҡорт» төбәк-ара балалар һәм үҫмерҙәр форумын асыу тантанаһы уҙҙы. Форум Силәбе, Ырымбур, Ҡурған, Свердловск өлкәләренән, Ханты-Манси автономиялы округы – Югранан, Пермь крайынан 60 үҫмерҙе бергә йыйҙы. Сара «Арт-Ҡоролтай. Балалар» форумы сиктәрендә үтте.
Йәш делегаттар Башҡортостанға һигеҙ көнгә килгән. Ойоштороусылар улар өсөн бай мәҙәни-ағартыу программаһы әҙерләгән: республика музейҙарына экскурсиялар, Өфө ҡалаһы театрҙарында спектаклдәр ҡарау, һөнәри йүнәлеш биреү эше, “Шүлгәнташ” ҡурсаулығына сәйәхәт, популяр башҡорт сәнғәт эшмәкәрҙәре, йәмәғәт ойошмалары лидерҙары менән осрашыу һәм “Арт-ҡоролтай. Балалар” форумында ҡатнашыу. Балалар башҡорт телен һәм мәҙәниәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән сараларҙа әүҙем ҡатнашҡандары өсөн Башҡортостанға юлламалар менән бүләкләнгән.
«Тамырым - башҡорт» форумында ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина сәләмләне.
- Беҙ башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәктәренә һәм улар эшләгән барлыҡ төбәктәргә рәхмәтлебеҙ. Уларҙың эше һөҙөмтәһендә һеҙҙе Башҡортостанға саҡырыу мөмкинлеге тыуҙы. Бында конкурста ҡатнашыусыларҙың йыйылыуы һөйөндөрә. Һәр ваҡыт әүҙем булырға, үҙеңде төрлө өлкәләрҙә күрһәтергә кәрәк, сөнки был ҙур мөмкинлектәр аса, үҫешкә этәрә һәм ошо сәйәхәт кеүек бүләктәр алып килә. Һеҙҙе Өфөгә ошо проектҡа ғына түгел, ә уҡырға, һөнәр алырға, үҫешергә һәм ғөмүмән, тарихи тыуған ерегеҙ, ата-бабаларығыҙ тыуған ер менән һәр саҡ бәйләнештә булырға саҡырам. Рәхим итегеҙ! - тип мөрәжәғәт итте йәш делегаттарға Наталья Михайловна.
БР Мәғариф һәм фән министрлығы Милли мәғариф идаралығының дәүләт программаларын тормошҡа ашырыу һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлек буйынса бүлек начальнигы Илдус Ҡаһарманов балаларҙы Башҡортостанда уҡырға саҡырҙы һәм интернат тибындағы республика лицейҙары һәм гимназиялары тураһында ентекле һөйләне.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе, тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов Башҡортостан биләмәһендәге иң билдәле тарихи-мәҙәни ҡомартҡылар хаҡында һөйләне.
- Тиҙҙән һеҙ барасаҡ Шүлгәнташ мәмерйәһе боронғо һүрәттәре менән билдәле. Тәүге тапҡыр Көньяҡ Урал биләмәһендә – уға Ырымбур, Силәбе өлкәләре, Башҡортостан һәм Пермь крайы инә – беҙҙең ата-бабаларыбыҙ һүрәт төшөрә башлаған, йәғни улар тәүгеләрҙән булып кешелеккә сәнғәт төшөнсәһен биргән. Бында элек һәм хәҙер йәшәгән кешеләрҙең һәр ваҡыт алдынғы ҡарашлы булыуын аңларға тейешбеҙ. Үҙегеҙ йәшәгән төбәктең тарихи әһәмиәтен белеү бик мөһим, сөнки һеҙ – беҙҙең уртаҡ тарихты яҙыусылар. Ә тарих музейҙарҙа ғына түгел, ул беҙҙең тирә-яғыбыҙҙа. Һеҙҙең был форумда ҡатнашыуығыҙ ҙа тарихи йәһәттән мөһим ваҡиға, - тип билдәләне Юлдаш Йосопов.
«Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина Юлдаш Йосоповтың һүҙҙәрен хупланы һәм балаларға, тарихты өйрәнеүҙән тыш, уны төшөрөү бурысын да йөкмәтте.
- Башҡортостандағы сәйәхәтегеҙ тураһында бөгөндән видео төшөрә башлағыҙ. Һеҙҙе «Тамыр» телеканалында көтәм, унда беҙҙең команда менән бергә үҙегеҙҙең видеояҙмаларҙан айырым фильм эшләрһегеҙ, - тип илһамландырҙы Гөлназ Фәрит ҡыҙы.
«Аҡбуҙат» республика балалар журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина үҫмерҙәр менән башҡорт халҡының арҙаҡлы шәхестәре тураһында һөйләште һәм уларҙың үҙ ырыуының тарихы менән ҡыҙыҡһыныуҙарын теләне.
- Журналыбыҙҙың яңы йолаһы барлыҡҡа килде: Башҡортостан биләмәһендә йәшәүсе балаларҙың ижадына айырым һанды бағышлайбыҙ. Тәүге сығарылыш Пермь крайы балалары тураһында булды, хәҙер Силәбе өлкәһе буйынса номер әҙерләйбеҙ, - тип билдәләне Лариса Абдуллина.
Сараның эшлекле өлөшөнән һуң «Тамырым - башҡорт» форумында ҡатнашыусылар иҫтәлеккә фотоға төштө һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Юлай Ғәлиуллиндың «Мәргән уҡсы» хәрәкәте тураһында ҡыҙыҡлы сығышын тыңланы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес Низаметдиновтан башҡорт милли уйын ҡоралы ҡурайҙы эшләргә өйрәнде.