25 октябрҙә 15.00 һәм 19.00 сәғәттә Туймазы дәүләт татар драма театрыны Өфө “Нур” татар дәүләт театры сәхнәһендә Нәжиб Асанбаевтың “Һыу юлы" комедияһын күрһәтәсәк.
70-се йылдарҙағы ауыл, колхоз тормошон һүрәтләгән спектакль туған ерен хеҙмәте менән биҙәп йәшәргә хыялланған Йософтың иркә ҡала ҡыҙы Зөләйхаға өйләнеүе хаҡында.
Автор сәхнәлә барған ваҡиғалар миҫалында ата-бабаларҙың йолаһына тоғро ҡалырға, ғаилә ҡороу мәсьәләһенә етди ҡарарға саҡыра.
Көлкөлө, йыр-бейеүле комедия «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының “Минең кесе Ватаным” проекты нигеҙендә сәхнәләштерелде һәм күренекле драматург Н.Асанбаев тыуыуына 100 йыл датаһына бағышланды.