«Өнһөҙ 11 ир» исемле нәфис фильм ҙур экрандарға сыға

«Өнһөҙ 11 ир» исемле нәфис фильм ҙур экрандарға сыға

17 февралдә илдең бөтә кинотеатрҙарында, шул иҫәптән Башҡортостанда ла «Өнһөҙ 11 ир» исемле тулы метражлы нәфис фильм прокатҡа сығарыла.

Был - Алексей Пимановтың 1945 йылдың ноябрендәге ысын ваҡиғаларға арналған тулы метражлы экшн-драмаһы.

Ул саҡта Мәскәүҙең «Динамо» футбол клубы делегацияһы Британияның иң яҡшы командалары, шул иҫәптән «Челси» һәм «Арсенал» менән уйындар серияһын уйнау өсөн Бөйөк Британия буйынса тарихи турнеға юллана. Унда 19:9 иҫәбе менән еңеү яулай. 

Беҙҙең футболсылар бер матчта ла еңелмәй һәм инглиз тамашасыһының йөрәген яулап ала. Икенсе донъя һуғышында барлыҡҡа килгән «Динамо» яңы донъяның символына әүерелә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb