12 июндә Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә Рәсәй көнө, Салауат Юлаевтың тыуыуына - 268 йыл һәм Өфө ҡалаһына (ҡәлғәһе) нигеҙ һалыныуға 448 йыл тулыу билдәләнәсәк.
Байрам көнөндә төрлә рәсми, мәҙәни, киң күләм спорт һәм социаль-хәйриә саралары ҡаралған. Улар хаҡында тулыраҡ мәғлүмәтте тәҡдим итәбеҙ:
- Ленин урамында иртәнге 10-дан көндөҙгө 2-гә тиклем "Байрамса Өфө" проекты сиктәрендә урам театрҙары фестивале үтәсәк; "Оҫталар ҡалаһы", "Өфө - йәштәр ҡалаһы", "Өфө - спорт ҡалаһы", "Өфө - уҡыусы ҡала" майҙансыҡтары, этнозона эшләйәсәк; һөнәрселәр йәрминкәләре; ағас скульптуралар конкурсының иң яҡшы эштәре күргәҙмәһе; ретро-автомобилдәр күргәҙмәһе ойоштороласаҡ; Рәсәй көнөнә концерт программаһы күрһәтеләсәк; Ҡала көнөнә ҡарата бүләкләүҙәр тантанаһы уҙасаҡ; М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның студент йәштәре концерт программаһы менән сығыш яһаясаҡ;
- М. Ғафури исемендәге паркта иртәнге сәғәт 11-ҙән көндөҙгө 3-кә тиклем "Әүҙем оҙон ғүмерлелек байрамы" проекты сиктәрендә йондоҙ менән зарядка, медицина һәм социаль консультациялар, 55 йәштән өлкәндәр өсөн шашка турниры; сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн ярыштар; оҫталыҡ дәрестәре ойоштороласаҡ; сараны байрам концерты тамамлаясаҡ;
- "Ҡашҡаҙан" паркында "... тиклем ике аҙым" проекты сиктәрендә көндөҙгө сәғәт 3-тән төнгө сәғәт 11-гә тиклем йәштәр бейеүе, Рэп, Рейв фестивалдәре ойошторла, шулай уҡ шоу программа; мультимедия фонтанын ебәреү; ҡала символы - Һыуһарҙың осоп килеүе күҙаллана. Байрам салют менән тамамлана
В. И. Ленин һәйкәле артындағы майҙанда иртәнге сәғәт 11-ҙән көндөҙгө 3-кә тиклем Өфө ҡала хакимиәте кубогына көрәш буйынса асыҡ турнир үтә;
- Иртәнге сәғәт 11-ҙә Беренсе Май паркында Калинин районының мәҙәни-спорт программаһы башлана. Сәғәт 12-лә иһә Киров районының Р. Бикбаев исемендәге паркында "Тыуған ер таланттары" тип аталған байрам сараһы, Ленин районының "Тулҡын" паркында - "Шәжәрә байрамы", С. Орджоникидзе исемендәге майҙанда Орджоникидзе районы коллективтарының "Рәсәй көнө!" тип аталған байрам программаһы, ә Якутов исемендәге паркта Совет районының байрам программалары башлана.