20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында «Онотмаһын беҙҙе лә Тыуған ил!» музыкаль-әҙәби кисәһе уҙҙы

20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында «Онотмаһын беҙҙе лә Тыуған ил!» музыкаль-әҙәби кисәһе уҙҙы

Ошо көндәрҙә Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында «Онотмаһын беҙҙе лә Тыуған ил!» музыкаль-әҙәби кисә үтте. Сара Бөйөк Ватан һуғышыда ҡатнашҡан башҡорт яҙыусы һәм шағирҙарының яҡты иҫтәлегенә арналды.

Кисәнең ойоштороусылары – Башҡортостан Республикаһы Милли әҙәбиәт музейы һәм «Әҙәбиәт. Музей. Мәҙәниәт» социаль-мәҙәни башланғыстарҙы үҫтереү буйынса коммерцияға нигеҙләнмәгән автономиялы ойошмаһы.

Уҡыусылар яуҙа һәләк булған шағирҙар Мәлих Харис, Бәҙрүш Моҡамай, Төхвәт Морат, Мөхәмәтйәров Хәй, Мазһар Абдуллин һәм Ғайса Йосоповтың тормош юлы һәм ижады менән танышты. Балалар шулай уҡ, викторина һорауҙарына яуап биреп, белемдәрен тикшерҙе, шиғыр уҡыу бәйгеһендә оҫталыҡтарын күрһәтте. Еңеүселәргә БР Милли әҙәбиәт музейы иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.

Кисә барышында «Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!» күргәҙмәһе эшләне. Кисәне музыкаль яҡтан билдәле йырсы, ҡурайсы Юнир Һағынбаев, гимназияның «Тамыр» йыр ансамблендә шөғөлләнгән VI класс уҡыусылары биҙәне. Музыкаль флешмобта «Шайморатов генерал» йырын тамашасылар Юнир Һағынбаевҡа ҡушылып башҡарҙы.

Сараның аҙағында Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Милли әҙәбиәт музейы араһында артабанғы хеҙмәттәшлек өсөн килешеүгә ҡул ҡуйылды.

20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында «Онотмаһын беҙҙе лә Тыуған ил!» музыкаль-әҙәби кисәһе уҙҙы
20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында «Онотмаһын беҙҙе лә Тыуған ил!» музыкаль-әҙәби кисәһе уҙҙы
20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында «Онотмаһын беҙҙе лә Тыуған ил!» музыкаль-әҙәби кисәһе уҙҙы
20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында «Онотмаһын беҙҙе лә Тыуған ил!» музыкаль-әҙәби кисәһе уҙҙы
20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында «Онотмаһын беҙҙе лә Тыуған ил!» музыкаль-әҙәби кисәһе уҙҙы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb