2023 йылға "Башҡортостан календары" һатыуға сыҡты

2023 йылға "Башҡортостан календары" һатыуға сыҡты

2023 йылға төҙөлгән "Башҡортостан календары"нда төрлө иҫтәлекле дата, Рәсәй, республика байрамдары, һөнәри, дини байрамдар, күренекле шәхестәрҙең юбилейҙары хаҡында мәғлүмәт урын алған.

Календарҙа шулай уҡ Ҡояш менән Айҙың ҡалҡыу һәм байыу ваҡыттары, Айҙың фазалары күрһәтелгән. Һәр бер бите тарих, сәнғәт, мәғариф, медицина, спорт буйынса ҡыҫҡа мәҡәләләр, көндәлек тормошта кәрәкле файҙалы кәңәштәр, башватҡыстар, шиғырҙар, мәҡәл-әйтемдәр, тәмле аш-һыу рецептары, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән байытылған.

"Башҡортостан календары"н Зәйнәп Биишева исемендәге  Башҡортостан "Китап" нәшриәте магазиндарында һатып алырға мөмкин. 

Белешмә өсөн телефон: 8(347)-246-09-55.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb