28 ғинуарҙа киске сәғәт 7-лә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Ҡурай даны» милли телевизион премияһын тапшырыу тантанаһы була.
«Ҡурай даны» милли телепремияһы 2018 йылда «Башҡортостан» ТРК ДУП-һының «Ҡурай-ТВ» музыкаль-күңел асыу телеканалы башланғысы менән булдырылған. Телепремияның төп маҡсаты - үҙ эшендә уңышҡа өлгәшкән замандаштарыбыҙҙы асыҡлау һәм танытыу. Заманса мәҙәниәтте пропагандалау, һаҡлау һәм үҫтереү, халыҡ йолаларын, кәсептәрен һәм һөнәрҙәрен һаҡлауға ҡоролған проект халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.
2020-2021 йылдарҙа телепремияға 45 ҡатнашыусы - "Ҡурай" телеканалы тамашасылары тәҡдим иткән замандаштарыбыҙ дәғүә итте. Быныһында «Курай даны» милли телепремияһы 9 номинацияла уҙғарыла: «Ер кешеһе», «Һөнәр оҫтаһы», «Эшлекле ханым», «Оҫта ғаилә», «Ижади ғаилә», «Йыл батыры», «Спорт һөйөүсе ғаилә», «Йыл тренеры», «Йыл режиссеры».
Тантаналы саранан репортаж Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм «Курай-ТВ» телеканалдарында күрһәтелә.