Рөстәм Омск ҡалаһында казарма емерелеү фажиғәһендә ике аяғын юғалта. Ул 11 ай дауаханала ята, 16 операция үткәрә. Бөгөн яҡташыбыҙҙы күптәр спортсы, ирекмән, блогер, әүҙем йәмәғәтсе булараҡ белә. 2020 йылдың сентябрендә Рөстәм Эльбрус тауына күтәрелде. Ул 5 мең 642 метр араны ҡулдарында үтә. Быға тиклем альпинизм тарихында ундай ваҡиға булмаған.
Рөстәм Эльбрустан һуң, халыҡ телендә “ҡарҙар торлағы” тип йөрөтөлгән Гималайға күтәрелергә ниәт иткән.
Рөстәм Нәбиев тураһындағы фильм бөгөн Өфөлә Ағиҙел буйындағы амфитеатрҙа күрһәтелә. Премьера киске сәғәт 8-ҙә башлана.