4, 5 мартта Милли йәштәр театрында премьера буласаҡ

4, 5 мартта Милли йәштәр театрында премьера буласаҡ

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында төрөк драматургы Нәзим Хикмәттең «Мөхәббәт тураһында легенда» әҫәре буйынса спектакль әҙерләнә. Премьера 4,5 мартҡа тәғәйенләнгән.

Был ғәжәп тарих ябай һүрәт төшөрөүсенең солтан ҡыҙына ҡарата мөхәббәте, туғаның өсөн үҙеңде ҡорбан итеү, үҙ халҡың хаҡына батырлыҡ тураһында. Спектакль, мөхәббәт юлына бер баҫҡас, аҙаҡҡаса шул юлдан барырға кәрәклек хаҡында. 

Ҡуйыусы режиссер – Олег Иванов, рәссам – Лилиә Хисмәтуллина, композитор – Илшат Яхин, Алексадр Карташов, бейеүҙәрҙе хореограф Александр Родионов һала.

Ролдәрҙә – театрҙың башҡорт труппаһы актерҙары, тип хәбәр итте театрҙың әҙәбиәт бүлеге.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb