9 майҙа генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле нигеҙенә тупраҡ менән гильза һалыу тантанаһы була

9 майҙа генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле нигеҙенә тупраҡ менән гильза һалыу тантанаһы була

9 майҙа Өфөнөң Совет майҙанында Рәсәй геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле нигеҙенә тупраҡ менән гильза һалыу тантанаһы була. Ошо иҫтәлекле ваҡиғаға гильза һалыу өсөн тупраҡ йыйыу маҡсатында Башҡортостан Республикаһының барлыҡ муниципаль райондары һәм ҡала округтары буйлап Республика марафоны үтә.

Марафон 1 майҙа Өфөләге Еңеү паркында М.Шайморатовҡа бюст янында башланды.

Был дата бушҡа һайланмаған: 1942 йылдың 1 майында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы Ғәмәлдәге армия составына индерелеүе һәм Брянск фронтының 3-сө армияһы 8-се кавалерия корпусы ҡарамағына инеүе менән билдәләнә. Шул уҡ көндө дивизияның шәхси составы Хәрби ант ҡабул итә. 1945 йылдың 1 майында СССР-ҙың Юғары советы Президиумы Указы менән Берлин операцияһын үткәргәндә һәм Бранденбургты алған оҫталыҡтары өсөн дивизия Кутузов ордены менән бүләкләнә.

Марафон Башҡортостандың 9 зонаһына бүленгән барлыҡ территорияһында уҙа.

9 майҙа һуңғы ус тупраҡ генерал-майорҙың тыуған төйәгендә - Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы Шайморат ауылында ҡуйылған М.Шайморатов һәйкәле янында алынасаҡ. Бынан һуң Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы автомобилдә 2 БТР оҙатыуында гильзаны алған хәрби офицер Өфө ҡалаһының Совет майҙанына юлланасаҡ. Дуҫлыҡ монументы янында уларҙы һауанан Первушино аэродромының бәләкәй моторлы самолеттарының пилотаж төркөмө сәләмләйәсәк. Өфө ҡалаһына ингән ерҙә гильзалы колоннаны башҡорт милли кейемендәге һыбайлылар ҡаршы аласаҡ, уларҙы Совет майҙанына тиклем оҙатып барасаҡ.

Совет майҙанында онлайн режимда колоннаның Шайморатов ауылынан Өфөгә күсеүе күрһәтеләсәк. Алып барыусылар марафон барышы хаҡында һөйләйәсәк. Колоннаны БР Йыйылма тынлы оркестры һәм почетлы ҡарауыл ҡаршы ала.

Буласаҡ һәйкәл нигеҙенә тупраҡ менән гильза һалыу тантанаһын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров офицер менән бергә башҡарасаҡ. Сара «Шайморатов генерал» маршы менән тамамлана.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb