Февралдең тәүге көнөндә Благовар районының "Мәҙәниәт" милли проектына ярашлы булдырылған Үҙәк моделле китапханаһында Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов менән осрашыу үтте. Ижади кисә «Урындағы даһи» проекты сиктәрендә үтте.
Айгиз Баймөхәмәтов «Шоңҡар» республика йәштәр журналының баш мөхәррире, яҙыусы, журналист булараҡ билдәле. Әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Йәш әҙәбиәтсе үҙенең ижады, журналистика өлкәһендәге тәжрибәһе һәм тормошондағы ҡыҙыҡлы хәлдәр менән уртаҡлашты. Хәбәрсе эшенең үҙенсәлектәре, журналисҡа кәрәкле һөнәри сифаттар хаҡында һөйләне.
Осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙы сәләмләгәндән һуң сараны алып барыусы Карина Фәйзуллина Благовар районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Вәхит Ҡадировҡа һүҙ бирҙе. Ул Айгиз Ғиззәт улына саҡырыуҙы ҡабул иткәне һәм уҡыусылар менән осрашыуға килгәне өсөн рәхмәт белдерҙе.
Сара барышында ҡатнашыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе һәм яҙыусының китаптары тураһында тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Шулай уҡ Айгиз Ғиззәт улы өсөн яңы быуын китапханаһы буйлап экскурсия ойошторолдо, белгестәр учреждение эшмәкәрлеге тураһында һөйләне.