Айрат Абушахманов Рәсәй Федерацияһы Театр эшмәкәрҙәре Союзының милли театрҙар кабинеты секретаре итеп һайланды

Айрат Абушахманов Рәсәй Федерацияһы Театр эшмәкәрҙәре Союзының милли театрҙар кабинеты секретаре итеп һайланды

23 октябрҙә Рәсәй Федерацияһының Театр эшмәкәрҙәре союзының VIII Съезы үтте. Унда бер тауыштан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының баш режиссеры Айрат Абушахманов Рәсәй Федерацияһы Театр эшмәкәрҙәре Союзының милли театрҙар кабинеты секретаре итеп һайланды. Айрат Әхтәм улының тәжрибәһе һәм профессионаллеге бөтә Рәсәйҙең милли театрҙарының киләсәге өсөн яуаплы булған СТД-ның иң мөһим бер тармағын етәкләргә мөмкинлек бирҙе.

Хөрмәтле Айрат Әхтәм улы! Һеҙгә күп йылдар һаулыҡта, бәхеттә һәм шатлыҡта рәхәтләнеп эшләүегеҙҙе теләйбеҙ!

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb