1 декабрҙә Республика халыҡ ижады үҙәгенең Мәҙәниәт йортонда «Аманат» халыҡ бейеүҙәре ансамбленең концерты уҙа. Коллектив тамашасыларға Башҡортостандың хореография сәнғәтенең алтын фондына ингән бейеүҙәрҙе тәҡдим итәсәк, улар араһында - «Зарифа», «Йәшлек», «Оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙар», «Гөлнәзирә», «Ете ҡыҙ» һәм башҡалар.
Концерт программаһында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Марсель Ҡотоев, халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты Айгиз Хашимов (ҡурай) ҡатнаша. Тамашасылар ансамблдең ижады менән таныша һәм үҙҙәре өсөн халыҡ бейеүҙәре донъяһын аса аласаҡ.
Электрон билеттарҙы һылтанма буйынса алырға мөмкин: https://rcntrb.com/ru/anons/meropriyatiya-po-pushkinskoj-karte/7226-kontsert-ansamblya-narodnogo-tantsa-amanat.
Пушкин картаһы ғәмәлдә.
Белешмә:
Республика халыҡ ижады үҙәгенең Мәҙәниәт йортонда «Аманат» халыҡ бейеүҙәре ансамбле 2019 йылдан эшләй. Етәкселәре - Нәзифә Айтуған ҡыҙы һәм Әнфәр Әсхәт улы Нурмөхәмәтовтар. Ансамблдә Өфө ҡалаһының төрлө уҡыу йорттарынан студенттар шөғөлләнә. Коллективтың ижади тормошо бай һәм сағыу. 2022 йылда "аманаттар" «Рәсәй шишмәләре» (Чебоксар ҡалаһы) Бөтә Рәсәй халыҡ ижады фестивалендә һәм «Рәсәйҙең алтын ҡулсаһы» халыҡ-ара халыҡ ижады фестивалендә (Владимир ҡалаһы) ҡатнаша. Ансамбль шулай уҡ концерт программаһы менән республиканан ситкә сыға. 2022 йылда Ырымбур өлкәһенә һәм Ханты-Манси автономиялы округына гастролдәргә сығырға ниәтләйҙәр.