«Аманат» халыҡ бейеүҙәре ансамбле Бөтә Рәсәй халыҡ ижады фестивалендә ҡатнаша

«Аманат» халыҡ бейеүҙәре ансамбле Бөтә Рәсәй халыҡ ижады фестивалендә ҡатнаша

23 июндә Сыуаш Республикаһының баш ҡалаһы Чебоксарҙа "Рәсәй шишмәләре" Бөтә Рәсәй халыҡ ижады фестивале аслды. Тантаналы сарала Рәсәйҙең 10 төбәгенән: Башҡортостан, Татарстан, Ульяновск, Тверь, Коми, Мари Иле, Мордва республикалары, Пермь крайы, Түбәнге Новгород һәм Рязань өлкәләренән ижади коллективтар ҡатнашты.

«Беҙ йылдан-йыл Рәсәйҙең һәр төбәгенең рухи шишмәләре менән тулыланабыҙ. Улар мәҙәниәтте һәм йолаларҙы йәшәткән берҙәм ағымға ҡушыла», - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды сәләмләү телмәрендә Сыуаш Республикаһы Башлығы Олег Николаев.

24 июндә концерттар Сыуаш Республикаһы ҡалаларында үтәсәк. Көн һуңында фестиваль коллективтары ҡатнашлығында гала-концерт ойошторола.

Фестивалдә Башҡортостан Республикаһынан Өфө ҡалаһының «Аманат» халыҡ бейеүҙәре ансамбле ҡатнаша. Етәкселәре - Нәзифә һәм Әнфәр Нурмөхәмәтовтар.

Саралар тәүге тапҡыр Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы сиктәрендә уҙғарыла.

Ойоштороусылар - Сыуаш Республикаһының Мәҙәниәт, милләттәр һәм архив эштәре буйынса министрлығы, «Трактор эшләүселәр мәҙәниәт йорто» республика халыҡ ижады үҙәге.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb