“Арғымаҡ” төркөмө Беренсе каналда сығыш яһаны

“Арғымаҡ” төркөмө Беренсе каналда сығыш яһаны

Кисә танылған этно-рок төркөмө Беренсе каналда барған “Хәйерле иртә” программаһының асыҡ һауалағы студияһында – Горький паркында сығыш яһаны. Коллектив “Байыҡ” йырын башҡарҙы.

Төркөм етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ринат Рамазанов беҙҙең республикала барған VI Бөтә донъя фольклориадаһы тураһында һөйләне. Алып барыусылар Светлана Зәйнәлова һәм Роман Будников һоҡланыуын йәшермәне.

“Арғымаҡ” төркөмө Өфөлә 10 июлдә – фольклориаданы ябыу тантанаһында сығыш яһай.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb