«Арт-Ҡоролтай. Балалар» форумы икенсе тапҡыр ойошторолдо

«Арт-Ҡоролтай. Балалар» форумы икенсе тапҡыр ойошторолдо

Баш ҡалабыҙҙағы «Торатау» Конгресс-холында «Арт-Ҡоролтай. Балалар»  форумы үтте. Форумға ярашлы, балалар һәм уларҙың педагогтары, ата-әсәйҙәр өсөн бай программа әҙерләнгәйне.

Сараға Силәбе, Ырымбур, Ҡурған, Свердловск өлкәләренән, Ханты-Манси автономиялы округы – Югранан, Пермь крайынан 60 үҫмер ҙә килгәйне. Улар «Тамырым – башҡорт» төбәк-ара балалар һәм үҫмерҙәр форумында ҡатнаша. Йәш делегаттар «Мәргән уҡсы» хәрәкәте етәксеһе Юлай Ғәлиуллиндан уҡ атыу, Рәйес Низаметдиновтан ҡурай, ҡумыҙ уйнау серҙәренә төшөндө.

«Башҡортостан – Евразия йөрәге. Киләсәккә ҡараш» тип исемләнгән пленар улытырш уҙҙы. Унда сәнғәт мәктәптәренән, дөйөм белем биреү учреждениеларынан балалар, ижади конкурстарҙа, фестивалдәрҙә һәм олимпиадаларҙа еңеүселәр, шулай уҡ әүҙем һәм һәләтле балалар ҡатнашты. Улар республика ҡала һәм райондарынан йыйылғайны. Билдәле йәмәғәт эшмәкәре Каринэ Хәбирова менән Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова сараның абруйлы ҡунаҡтары булды.

– Беҙҙең бурыс - республикабыҙҙың киләсәген ниндәй итеп күрергә теләүегеҙ хаҡында белеү, сөнки Башҡортостан һеҙҙән башлана. Һеҙҙән, һеҙҙең йорттан, мәктәптән, институттан. Һәм һәр кем донъяны бер аҙ яҡшыраҡ итергә тырышырға тейеш. Һеҙгә үҙаллы булырға, бөгөн яңғыраған хыялдарҙа туҡталып ҡалмаҫҡа кәңәш итәм. Киләсәктә был хыялдар республикабыҙҙы лайыҡлы танытырҙай һәм «Башҡортостан – Евразия йөрәге» тигән һүҙҙәрҙе аҡларҙай ҙур проекттарға әүерелһен тип теләйем, - тине Әминә Шафиҡова.

«Проект башланғыстарының мөмкинлектәре» күнекмәһе грантҡа дәғүә итергә теләүселәр өсөн бик фәһемле булды. Уны Орлов ҡалаһынан Ксения Смоленцева бәйән итте.

Форумда ҡатнашыусылар «Киноһынауҙар», «Телесфера», «Театр – балаларға», «Хореография лабораторияһы» арт-киңлектәрендә үҙҙәрен һынап ҡараны. Бындай мөмкинлекте уларға Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы, «Тамыр» телеканалының күсмә студияһы, , Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы булдырғайны. Интерактив тематик майҙансыҡтар, ижади лабораториялар, оҫталыҡ дәрестәре лә бик мауыҡтырғыс булды.

Рәсәйҙә киң билдәле йырсы Сергей Крыловтың оҫталыҡ дәресе репертуар һайларға, сәхнәлә имиджыңды булдырырға өйрәтте, ҡыҙҙар һәм малайҙар ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуап алды.

Өфө, Октябрьский, Учалы, Сибай, Салауат ҡалаларынан мәҙәниәт йүнәлешендәге уҡыу йорттары ла бай күргәҙмәһен тәҡдим итте. Унда килеүселәр уҡырға инеү буйынса мәғлүмәт алып ҡына ҡалманы, улар ойошторған оҫталыҡ дәрестәрендә лә ҡатнашты. Ә байрам концертында йәш сәхнә йондоҙҙары, ижади коллективтар йәмле сығыштары менән сараны биҙәне.

Балаларҙың һәләтен үҫтереү, уларға киң мөмкинлектәр асыу, һөнәр һайлашырға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән «Арт-Ҡоролтай. Балалар» форумы икенсе тапҡыр ойошторолдо. Әлеге ҙур форум «Арт-Ҡоролтай» форум хәрәкәтенең бер өлөшө булып тора.

«Арт-Ҡоролтай. Балалар» форумы икенсе тапҡыр ойошторолдо
«Арт-Ҡоролтай. Балалар» форумы икенсе тапҡыр ойошторолдо
«Арт-Ҡоролтай. Балалар» форумы икенсе тапҡыр ойошторолдо
«Арт-Ҡоролтай. Балалар» форумы икенсе тапҡыр ойошторолдо
«Арт-Ҡоролтай. Балалар» форумы икенсе тапҡыр ойошторолдо
«Арт-Ҡоролтай. Балалар» форумы икенсе тапҡыр ойошторолдо
«Арт-Ҡоролтай. Балалар» форумы икенсе тапҡыр ойошторолдо
«Арт-Ҡоролтай. Балалар» форумы икенсе тапҡыр ойошторолдо
«Арт-Ҡоролтай. Балалар» форумы икенсе тапҡыр ойошторолдо

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb