Асҡын районы автоклубы алыҫ ауылдарға сығыуын дауам итә

Асҡын районы автоклубы алыҫ ауылдарға сығыуын дауам итә

Асҡын районының күсмә күп функциялы мәҙәни үҙәге (автоклубы) февралдә Үтәш?м Урмияҙ, Ҡубыяҙ ауылдарында йөрөп ҡайтты. Район мәҙәниәт йортоноң үҙешмәкәр артистары «Яҡшы кәйеф» концерт программаһын һәм «Кешеләргә изгелек бүләк итегеҙ» балалар уйын программаһын тәҡдим итте.

Артистар үҙ репертуарынан популяр, яңы йырҙар башҡарҙы. Тамашасылар иһә улар менән бергә йырланы, интеллектуаль һәләттәрен күрһәтте һәм яратҡан көйҙәренә бейене.

Автоклуб кескәйҙәрҙе күңел асыу программаһы менән ҡыуандырҙы. Балалар күңелле зарядкала, конкурстарҙа, эстафетала ҡатнашты һәм «Буги-Вуги» бейеүен башҡарҙы.

«Асҡын районы автоклубы, район мәҙәниәт йортоноң структур бүлексәһе булараҡ, 2021 йылдан әүҙем эшмәкәрлек алып бара һәм һәр саҡ район саралары үҙәгендә ҡайнай. Күсмә концерт бригадаһында ҡатнашыусылар фельдшер-акушерлыҡ пункттарын, ауыл клубтарын, балалар майҙансыҡтарын асыу тантанаһын һәм, әлбиттә, күңел асыу һәм патриотик саралар ойоштора», - ти автоклуб методисы Регина Хәлиуллина.

Артистар алыҫ ауылдарға яңы күсмә концерттар менән сығырға ниәтләй, сөнки халыҡтың, шул иҫәптән аҙ халыҡлы ауылдарҙың ялын төрләндереү - стационар клуб учреждениеларының төп бурыстарының береһе.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb