20 мартта Өфөлә “АРТылышFEST” республика театр фестивале башланды. Һигеҙ көн дауамында Башҡортостандың иң яҡшы 12 театры 13 спектакль тәҡдим итә. «Ашҡаҙар» радиоһы фестиваль менән көндәлек аша танышып барырға саҡыра.
Фестиваль көндәлеген 22, 24, 26 һәм 28 мартта тыңларға мөмкин.
Эфир ваҡыты: 18:15.
“АРТылышFEST” 27 мартта – Бөтә донъя театр көнөндә тамамланасаҡ.