Якутск ҡалаһында "Олонхо Ере саҡырыуы буйынса " өсөнсө халыҡ-ара онлайн-фестивале уҙҙы. Фестиваль бай эпик мираҫҡа эйә булған һәм уларҙы тергеҙергә ынтылған халыҡтарҙың сәсәндәренең милли традицияларын танытыуға йүнәлтелгән. Башҡортостан Республикаһынан халыҡ сәсәне, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Асия Ғәйнуллина сығыш яһаны. Ул "Урал батыр" эпосынан өҙөк тәҡдим итте һәм еңеүселәр рәтенә сыҡты.
Асия Солтанов ҡыҙы Башҡортостандағы берҙән-бер "Урал батыр" сәсәндәр мәктәбен ойоштороусы һәм уның етәксеһе булып тора. Күп йылдар инде Сибай сәнғәт колледжында йәштәргә эпос ғилеме, этносәнғәт бүлегендә этнография һәм башҡарыу техникаһы буйынса белем бирә. Ул шулай уҡ "Ете ҡыҙ" халыҡ биҙәү-ҡулланма сәнғәте һәм матурлыҡ студияһына, "Талир тәңкә" этник төркөмөнә һәм Сибай ҡалаһының "Ағинәйҙәр ҡоро" ҡатын-ҡыҙҙар йәмәғәт ойошмаһына нигеҙ һалыусы һәм уларҙың етәксеһе булып тора. 2017 йылда ул күп йыллыҡ уңышлы хеҙмәте өсөн "Традицион халыҡ мәҙәниәте" номинацияһында Рәсәй Хөкүмәтенең “Рәсәй күңеле” (“Душа России”) премияһына лайыҡ булды.
Биләдәләргә кәрәк, " Олонхо Ере саҡырыуы буйынса " сәсәндәр фестиваленең тәүгеһендә Монголия һәм Ҡырғыҙстандан илдәренән, Рәсәйҙең Ҡалмыҡстан, Хакасиянан, Тыванан һәм Саха (Яҡутстан) республикаларынан сәсәндәр һәм Себерҙәге төп халыҡтарҙың эпостарын һаҡлаусылар ҡатнашты. Икенсеһендә Монголиянан, Ҡытайҙан (Эске Монголия), Ҡырғыҙстандан илдәренән, Алтай, Ҡалмыҡстан, Хакас республикаларынан һәм Байкал аръяғы крайынан сәсәндәр, шулай уҡ Яҡутстандан олонхосолар һәм олонхо башҡарыусыларҙан ҡатнашты. Быйыл да фестиваль Рәсәй төбәктәренән генә түгел, сит илдәрҙән дә сәсәндәрҙе йыйҙы.