24-30 июндә М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры «Ат уйнатып алдан бара...» спектакле менән гастролдәргә сыға. Был хаҡта сценарий авторы Зөһрә Бураҡаева социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.
Спектакль Рәсәй Геройы, данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы генералы Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған. Премьераһы 2020 йылдың ноябрендә уҙғайны. Спектаклдең ҡуйыусы режиссеры - Хөрмәтулла Үтәшев, художество етәксеһе - Айрат Абушахманов, композиторы - Урал Иҙелбаев, балетмейстеры - Рәйес Низаметдинов, рәссамы - Альберт Нестеров.
Гастролдәр киләһе район һәм ҡалаларҙа уҙасаҡ:
24 июнь – Сибай концерт-театр берекмәһе (15.00 һәм 19.00 сәғәттә)
25 июнь – Баймаҡ ҡалаһы (15.00 һәм 20.00 сәғ.);
26 июнь – Йылайыр районының Юлдыбай ауылы (21.00 сәғ);.
27 июнь – Хәйбулла районының Аҡьярауылы (11.00 һәм 20.00 сәғ.);
28 июнь – Хәйбулла районының Буребай ауылы (20.00)
28 июнь – Хәйбулла районының Петропавловский ауылы (22.00 сәғ.);
29 июня – Әбйәлил районының Асҡар ауылы (11.00 һәм 19.00 сәғ.);
30 июня – Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылы ( 15.00 һәм 19.00 сәғ.).
Пушкин картаһы менән инеү мөмкинселеге бар.