"Ат уйнатып алдан бара..." спектакленең ижади төркөмө Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына дәғүә итә

"Ат уйнатып алдан бара..." спектакленең ижади төркөмө Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына дәғүә итә

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының "Ат уйнатып алдан бара..." спектакленең ижади төркөмө Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим ителде:

АРТУР КӘБИРОВ - легендар генерал-майор, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов ролен башҡарыусы актер;

ЗӨҺРӘ БУРАҠАЕВА - сәхнә әҫәре авторы;

РӘИС НИЗАМЕТДИНОВ - спектаклдең хореографы. 

19 сентябрь театрҙың ҙур сәхнәһендә “…Ат уйнатып алдан бара…” (З.Бураҡаева) спектакле күрһәтелде. Уны Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премиялары буйынса комиссия ҡараны.

Спектакль БР Милли һәм Хәрби-тарихи музейҙар, БР Милли тарих архивы һәм Ә.Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы фондтарында һаҡланған документтарға нигеҙләнеп яҙылған.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы 11 октябрҙә тапшырыласаҡ. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb