«Ата-бабалар ораны» проектының төбәк этабы башланды

«Ата-бабалар ораны» проектының төбәк этабы башланды

Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йортоноң Башҡортостан Башлығы грантын отҡан проекты географияһын киңәйтә — Свердловск өлкәһендә «Ата-бабалар ораны» төбәк-ара фестивале сиктәрендә саралар үтте.

Башҡортостан делегацияһы Свердловск өлкәһе Красноуфимск һәм Әртә райондарының биш ауылында булды. Төбәктә төп ойоштороусы — урындағы башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге.

Башҡорт тарихы һәм күренекле шәхестәре тураһында лекцияларҙы БР Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалы — Туймазы районындағы башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең баш белгесе, «Без башкортлар» төньяҡ-көнбайыш башҡорттары хәрәкәте активисы Альберт Исмаил уҡыны, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары костюмы тураһында «Сәйетбаба» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге методисы Рәйлә Сабитова һөйләне. Уның боронғоса селтәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Тарихи уҡтан атыу буйынса лекцияны һәм оҫталыҡ дәресен Екатеринбург ҡалаһынан «Тарихи уҡтан атыу союзы» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы президенты Александр Корюкин үткәрҙе.

«Ата-бабалар ораны» проектының төбәк этабы башланды
«Ата-бабалар ораны» проектының төбәк этабы башланды
«Ата-бабалар ораны» проектының төбәк этабы башланды

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb