Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Шәкүр 85 йәшен билдәләй

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Шәкүр 85 йәшен билдәләй

Бөгөн, 11 ғинуарҙа, олуғ шәхес, Башҡортостандың халыҡ шағиры, ғалим, публицист, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Рәшит Закир улы ШӘКҮРОВ күркәм ғүмер байрамын - 85 йәшен билдәләй. Абруйлы милләттәшебеҙҙе ошо уңайҙан ихлас күңелдән ихлас ҡотлайбыҙ.

Рәшит Шәкүр (тулы исеме — Шәкүров Рәшит Закир улы) 1937 йылдың 11 ғинуарында Әлшәй районының Яңы Абдрахман (Түбәнге Сумар) ауылында тыуған. Урындағы ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, нефть техникумында уҡый, промыслала оператор булып эшләй, унан армияла хеҙмәт итә. Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инеп, уны 1965 йылда ҡыҙыл дипломға тамамлай. Артабан СССР Фәндәр академияһының Тел ғилеме институтында аспирантурала уҡый, 1974 йылда кандидатлыҡ, һуңынан докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.

«Башҡортостан» гәзитендә әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. БАССР Яҙыусылар союзы идараһында, «Ағиҙел» журналы, «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәтендә яуаплы вазифалар башҡара. 1992 йылда Башҡортостанда энциклопедия төҙөү эшен йәнләндереп ебәрә. «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәте директоры булып эшләй.

1998 — 2012 йылдарҙа - М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында башҡорт теле кафедраһы профессоры.

Рәшит Шәкүр — Башҡортостандың халыҡ шағиры (2021), Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2012), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2007), Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997). 1961 йылдан СССР-ҙың Журналистар, 1978 йылдан Яҙыусылар союздары ағзаһы. Өфө ҡалаһының Почетлы гражданы (2018).

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb