Бөрйән районының Яңы Усман ауылы халҡы билдәле шәхестәр менән осрашты

Бөрйән районының Яңы Усман ауылы халҡы билдәле шәхестәр менән осрашты

Бөрйән районының Яңы Усман моделле ауыл китапханаһында Бөтә Рәсәй "Китапхана төнө" акцияһы сиктәрендә саралар үтте.

Һуңғы йылдарҙа ҡурсаҡтарға милли башҡорт халыҡ кейеме тегеү шөғөлө киң тарала бара. Милли уйынсыҡтар балаларҙы ғына түгел, ололарҙы ла арбай. Таңһылыу Мәзитова "Ҡурсаҡтар милли кейемдә" тигән оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Ул башҡорт милли кейеме тураһында һөйләне һәм, матур күлдәк тегеп, ҡурсаҡҡа кейҙерҙе.

Яңы усман ауылында тыуып үҫкән билдәле журналистар – Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары, "Һәнәк" журналының баш мөхәррире Миләүшә Ҡаһарманова һәм "Бәрәкәт" журналының баш мөхәррире Даян Мәзитов менән осрашыу кисәһе уҙҙы.

Осрашыу бик йәнле һәм ҡыҙыҡлы булды. Сара барышында ҡунаҡтар үҙҙәренең тормош юлы, ижад емештәре менән таныштырҙы. Ауылдың абруйлы ағинәйҙәре, Миләүшә апай менән Даяндын беренсе уҡытыусылары Земфира Ғүмәр ҡыҙы һәм Вәзимә Ишбулды ҡыҙына ла һүҙ бирелде.

Миләүшә Ҡаһарманова менән Даян Мәзитовтың күңелдәрендә шиғри осҡон мәктәп йылдарында уҡ булыуын иҫкә төшөрөп, уҡыусы саҡтарындағы ҡыҙыҡлы, фәһемле иҫтәлектәр менән бүштелар.. Кисә йыр - бейеү менән аралашып барҙы.

Бөрйән районының Яңы Усман ауылы халҡы билдәле шәхестәр менән осрашты
Бөрйән районының Яңы Усман ауылы халҡы билдәле шәхестәр менән осрашты
Бөрйән районының Яңы Усман ауылы халҡы билдәле шәхестәр менән осрашты

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb