Баймаҡ районында "Башҡорт аты" республика фестивале үтә

Баймаҡ районында "Башҡорт аты" республика фестивале үтә

29-30 июлдә Баймаҡ районының Граф күле янында "Башҡорт аты" фестивале үтәсәк.

Фестивалдә республика бәйгеләрендә еңеү яулаған башҡорт тоҡомло аттар, ҡымыҙ етештереүселәр буласаҡ, сбруйҙар эшләгән оҫталарҙың эштәре, атҡа бәйле төрлө күргәҙмәләр ойоштороласаҡ, "Мәргән уҡсы" ярышы уҙасаҡ. Башҡорт халҡында борондан йылҡы малы тотоу тураһында тамаша сәхнәләштереү ҙә ҡаралған. Шулай уҡ йыр-моң, бейеүҙәр буласаҡ.

"Башҡорт аты" байрамының төп биҙәге - 1500 аттан торған парад, ти ойоштороусылар. Бының өсөн аттар республиканың төрлө райондарынан килтереләсәк. Был ҙур парадты Гиннесс рекордтар китабына индереүгә иҫәп тотола.

Сарала шулай уҡ "Ылаҡ", "Ауҙарыш" уйындары, ат сабышы, Ҡымыҙ байрамы буласаҡ.

Фестиваль Башҡортостан Республикаһы Башлығының 2022 йылдың 24 майындағы «Башҡорт аты» башҡорт тоҡомло аттарҙың республика фестале туранда»ғы Указына ярашлы БР-ҙың «Ирәндек» башҡорт тоҡомло атын һаҡлау һәм үҫтереү буйынса хәйриә фонды ярҙамында уҙғарыла.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb