11 июнь көнө Баймаҡ районы Күсей мәҙәниәт йортонда мәшһүр бейеү ҡуйыусы Йәүҙәт Бикбирҙин иҫтәлегенә таҡтаташ асылды.Тантанала Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры урынбаҫары Азат Баҙранов, Урал аръяғы йәмәғәт башланғыстары союзы етәксеһе Иҙел Солтанов ,"Саптар" өлгөлө бейеү студияһы етәксеһе Радик Бакиров,"Ирәндек" бейеү ансамбле ветерандары, Йәүҙәт Бикбирҙиндың туғандары, ауылдаштары, уның ижадын яратҡан сәнғәт һөйөүселәр ҡатнашты.
Йәүҙәт Бикбирҙындың ижады халыҡсан булыуы менән мәңгелек. Ул һалған "Каруанһарай", "Ҡараһаҡал", "Игеҙәков", "Перовский", "Ҡара тауыҡ", "Кәкүк", Ҡаһым түрә", "Әмин һәтәүе" һәм башҡа бейеүҙәрҙең һәр береһендә тарихи геройҙарҙы ғына түгел, ә ябай кешенең күңел торошон, уй хистәрен күрергә мөмкин. Бейеү ҡуйыусыны яҡшы белгән замандаштары, уның һәр күҙәнәге бейей ине, тейҙәр..
Йәүҙәт Бикбирҙиндың яҙмышы ла ҡатмарлы була. Ижад күңеле гел генә азатлыҡҡа ынтыла. Шуға күрә, ул үҙен әрнеткән һорауҙарға яуапты бейеү хәрәкәттәрендә эҙләй. Эҙләй генә түгел, таба һәм кинәйә менән ҙур сәхнәгә сығара...
Уның бейеүҙәре быуаттар менән быуаттар алышынһа ла халыҡ күңелендә йәшәй. Мәҫәлән, быйыл балалар араһында үткән "Байыҡ" бәйгеһе еңеүсеһе Әмир Солтанов башҡарған "Генерал Игзаков" бейеүе ошо таҡтаташ асыу тантанаһының иң тулҡынландырғыс өлөшө булғандыр.
Йәүҙәт Бикбирҙиндың исеме ҡабаттан мәңгеләштерелде. Бөгөн уның һүрәте, алтын хәрефтәр менән яҙылып, тыуған Күсей ауылын биҙәй.